Әлбиттә, hәр беребеҙгә Яңы йыл байрамын ғаилә менән бергә билдәләп үтеүе күңелле. Айырыуса, оҙаҡ ваҡыт айырылышып торғандан hәм фронт яны блиндаждарында, окоптарҙа hәм траншеяларҙағы шарттар тыныс өй уңайлыҡтарына алмашынғандан һуң.
— Был минең ярты йыллыҡ контракт буйынса хеҙмәт итеүҙән һуң беренсе отпускым, — ти контрактсы рядовой «Тарас». — Ниңә унда барырға булдым? Минең илебеҙҙең географик нөктәләрендә күп булдым. Миңә ҡырыҡ беренсе йәш. Район үҙәгенең 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә уҡып, Аксен ауыл хжgалығы техникумына умартасылыҡҡа уҡырга керҙем. Минең өс балам бар. Төньяҡта ла, Питерҙа ла, Мәскәүҙә лә эшләнем. Артабан Адыгеяға барып сыҡтым. Контрактлы хәрби хеҙмeткәр булараҡ, Украина территорияһындағы Алчевск ҡалаһының хәрби часына килдем. «Ахмад» махсус билдәләнештәге подразделениеһының «САГ» үҙйөрөшлө артиллерия гаубицаларына хеҙмeт күрһәтеүгә эләктем. Бында Башҡортостан егеттәре бар ине — Белореттан яҡташтар, күбеһе Өфөнән ине. Был ваҡытта Мәскәү өлкәһе, Чечня, Дағыстан, Сыуашстан, Иваново, Пенза hәм Белгородтан хеҙмәттәштәрем менән ныҡ дуҫлаштым. Ай ярым самаһы беҙ Алчевск янындағы уҡыу часында булдыҡ. Физиҡ яҡтан ныҡлап шөғөлләндек, атырға, миналарҙы зарарһыҙландырырға өйрәндек. Артабан ҡапыл Рәсәй территорияһына Щебекиноға күсерҙеләр. Һуңынан асыҡланыуынса, был Украина ҡораллы экстремистарының Курск өлкәһенә баҫып инеүе менән бәйле булған.
«Тарас» позывнойлы контракт буйынса хеҙмәт итеүсе рядовой ҡыҫҡаса дошман Украина һалдаттарын ҡыҫырыҡлау һәм юҡ итеү буйынса контртеррористик операция тураһында һөйләне, улар араһында НАТО яҡлы илдәрҙән һуғышсылар (наемниктар) күп. Бында уны «Урал» армия йөк автомобиле-вездеходы водителе итеп күсерәләр. Яҡташыбыҙ көн һайын Рәсәй ғәскәрҙәренең армия подразделениелары өсөн һуғыш кәрәк-яраҡтары: танк hәм артиллерия, гаубицалар өсөн снарядтар «Град» реактив ҡоролмалары өсөн ракеталар ташыу менән шөғөлләнә. Ҡуйылған бурыстарын теүәл hәм ваҡытында үтәй. 2024 йылдың 26 ноябрендә уҡсылар полкы командиры шәхси состав ҡаршыһында «Тарас»ты хәрби әҙерлектә яҡшы уңыштары, инициативаһы hәм тырышлығы, махсус хәрби операция барышында хеҙмәт вазифаларын намыҫлы үтәүе, шулай уҡ айырым уҡсылар полкы төҙөлөүҙең икенсе йыллығы хөрмәтенә Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгән
- Һуңғы ваҡытта подразделениебеҙ, дошман көстәрен беҙҙең территориянан ҡыуып сығарып, алға таба бара, — ти отпускыла булған яугир. — Украина милләтселәренең һуғыш кәрәк-яраҡтары бөтөп бара hәм ҡаршылыҡ күрһәтеүселәрҙең рәттәре һирәгәйә. Отпускымды мин hәр хәрби хеҙмәткәргә тейешле график буйынса алдым.Уның Яңы йыл ваҡытына тура килеүенә бик шатмын. Мин дуҫтарым менән осраштым. Һөйөклө әсәйем, туғандарым hәм яҡындарым борсола hәм өйгә иҫән-һау ҡайтыуымды көтәләр. Барығыҙға ла мораль hәм гуманитар ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Мин һәммәһенә лә тыныс күк йөҙө һәм 2025 йылда беҙ бар ил дoнъя фашизмын Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына тулыһынса еңеп ҡайтыуыбыҙҙы теләйем.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.