Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,
Ғәжәп матур көн бөгөн.
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.
Бәүелеп- бәүелеп төшә,
Ҡар яуа- матур ниндәй!
Әйтерһең дә, кемдер күктә
Ҙур иләктән он иләй.
(С.Әлибай)
- Ҡар бөртөктәре ҡарап тороуға бер төрлө күренһә лә, улар бер-береһенән айырыла. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бер үк төрлө ике ҡар бөртөгөн табыу мөмкин түгел. Ғалимдар билдәләүенсә иң киң таралған ҡар бөртөктәре алты ҡырҙан тора.
- Ҡар бөртөгөнөң барлыҡҡа килеүенә һауа температураһы ҙур йоғонто яһай. Ни тиклем һауа һыуыҡ булһа, шул тиклем һыу парҙары матурыраҡ, ҡатмарлыраҡ кристалдар яһап туңа.
-Аҡ ҡар бөртөктәре ҡояш яҡтыһында сағылйып, тирә-яҡҡа йым-йым янған осҡондар һибә. Был ғәжәйеп йәмле күренештән хатта күҙ ҡамаша. Бына шундай мөғжизәгә эйә ҡыштың ап-аҡ ҡарҙары.
- Кеше ҡулына килеп эләккән иң ҙур ҡар бөртөгөнөң диаметры 38 см булған.
- Ҡар бөртөктәре “йырлай” ҙа белә, тик уларҙы беҙ ишетмәйбеҙ генә. Быны ғаилимдар ҙа асыҡлай алған. Мәҫәлән, боҙланған кристалдар һыуға ҡағылғанда, балыҡтарға һис тә оҡшамай икән.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.