Илинар Шакир улы менән Айгөл Фәнил ҡыҙы өсөн махсус операция темаһы бик яҡын: 2023 йылда РФ Оборона министрлығы менән уларҙың оло улдары, шулай уҡ ғаилә дуҫы хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгөндәр. Икеһе лә штурм бригадаһында, алғы һыҙыҡта. Ысын патриоттар булараҡ, улар илде һаҡлауға лайыҡлы өлөш индерә, уның именлеген тәьмин итә. Илинар Шакир улы менән Айгөл Фәнил ҡыҙы беҙҙең яҡлаусыларыбыҙға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Әлеге мәлдә уларҙың ауылдашы hәм ғаилә дуҫы яраланғандан һуң, реабилитация ваҡытында еңелерәк хеҙмәткә күсерелгән һәм неонацистарҙан азат ителгән территорияла. Бер ваҡыт һөйләшкәндә, ул уларҙы үҙ янына килергә саҡырған. Донецк Халык Республикаһына сәфәрҙәрен улар Яңы йылдың ял осоронда планлаштырғандар. Ваҡиғаларҙы өйрәнеп, Илинар Шакир улы менән Айгөл Фәнил ҡыҙы, һуғышсыларға тап бына нимә кәрәк икәнлеген белешеп, гуманитар ярҙам: йылы кейем, аҙыҡ-түлек йыйырға керешәләр. Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ирекмәндәре егеттәр өсөн маскировка селтәрҙәре тапшырҙы, улар алғы һыҙыҡта бик кәрәкле яҙам буласаҡ. Һуғышсыларҙың конкрет һорауҙары буйынса йыйылған Бишбүләк волонтерлыҡ пунктынан ярҙам алып барғандар. Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһынан «Оберег» ирекмәндәр төркөмө лә гуманитар ярҙам кyрһәткән.
— Беҙ өсәү киттек: ирем, мин hәм дуҫыбыҙҙың ағаһы - Хатим. Унда бик оҙаҡ барҙыҡ — дүрт көн, аҙаштыҡ. Луганскиҙа мобиль элемтә юғалды. Сим-карта эҙләнек, уның менән ауырлыҡтар булды, эш көнөнөң аҙағы ине бит, — тип һөйләй Айгөл Фәнил ҡыҙы. — Донецкиға барырға булдыҡ, ләкин навигатор йүнләп эшләмәне. Ҡаршыға килеүселәрҙән юлды һораштыҡ, улар ҙа дөрөҫ юл кyрһәтмәне.
Һөҙөмтәлә беҙ кире яҡҡа киткәнбеҙ hәм Ростов өлкәһе сигендә үткәреү пунктына килеп сыҡтыҡ. Унда үтә алмыйбыҙ, чөнки машинала гуманитар ярҙам, кирә китә алмайбыҙ, сөнки Луганскиҙа киске 1-ҙән иртәнге 4-кә ҡәҙәр комендант сәғәте индерелгән һәм барлыҡ хәрәкәт итеү тыйылған. Машинала ҡунырға тура килде.
Ханым юлда күргәндәре менән уртаҡлашты:
— Луганскиҙа барыһын да тoөҙөкләндергәндәр инде, ҡала матур. Донецкиға беҙ кермәнек, янынан ғына уҙҙыҡ. Ҡар юҡ, ләкин ел бик һалҡын. Тирә-яҡта техника ҡалдыҡтары күп. Ҡайһы бер яландар эшкәртелмәй — миналар ҡуйылған. Ауылдар, ҡалалар — барыһы ла емерек. Хәрби машиналар күп, hәр поста документтарҙы тикшерәләр. Беҙҙең һуғышсылар азат иткән барлыҡ биналарҙа Рәсәй флагы эленеп тора, подъезддарға ҡәҙәр. Ауылдарҙың исемдәре — Рәсәй флагы фонында. Сик аша уҙаһың — барлыҡ туҡталыштар Рәсәй флагы төҫөнә буялған. Әлбиттә, йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсҡн бик күп эшләргә кәрәк.
Айгөл Фәнил ҡыҙы, тәҙрә артындағы ауыр күренештәргә ҡарамаҫтан, ҡурҡыныс булмауын әйтте. Ҡурҡыу хисее, уларҙың дуҫы торған ергә барып еткәс кенә барлыҡҡа килгән.
— Барыһы да ишетелә, gир тетри. Шул сағында ғына мин ҡурыҡтым. Яҡындағыҡала өсөн һуғыштар бара ине, — тип дауам итә ул.
Бында улар ни бары өс сәғәт кенә торған. Әлбиттә, уларҙың ауылдашы яҡташтары менән осрашыуға бик шатлана. Был уның өсөн бик ҙур мораль ярҙам була.
— Бигерәк тә бында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ менән яҡындан танышыу йөрәгемә уйылды. Өйгә ҡайтҡас та, был сәфәрҙе иҫкә төшөрәм дә илайым, күңелем тула, — тип һөйләй Вйгөл Фәнил ҡыҙы. — Беҙҙең дуҫыбыҙ хәҙер йәшәй торған поселок янында полигон урынлашҡан. Унда беҙҙең егеттәр үҙ хеҙмәттәрен башҡара, палаткаларҙа йәшәй. Бер әби, уларҙың көнкүрешен нисектер яҡшыртыу өсөн, уларға буш йорт биргән hәм ҡайһы бер һалдаттарҙы үҙ янына алған. Ул уларҙың полигондан ҡайтыуҙарын көтә. Һуғышсыларыбыҙға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә: кейем-һалымдарын йыуа, ашарға бешерә. Унда газ юҡ, йорт голланд мейесе менән йылытыла. Мунса юҡ, беҙҙең егеттәр өсөн һыуҙы мейес яғып йылыта. Әстерхан сәтләүеге йыйып һата, шул аҡсаға йорттарҙы йыылытыу өсөн күмер һатып ала. Егеттәр өйҙәрен миңә йыйыштырырға ҡушмайҙар, ти, барыһын да тәртиптә тотоуҙары тураһында һөйләне. Ул беҙҙең һалдаттарға бик рәхмәтле, 15 һуғышсыбыҙ тураһында үҙ ейәндәре кеүек ҡайғырта. Уларҙың һәр береһе өсөн борсола. Дуҫыбыҙ өсөн дә борсола, сөнки яраланғандан һуң ул hәр ваҡыт дарыу менән генә йәшәй, уның тәнендә бер нисә ярсыҡ бар. Илинар Шакир улы менән Айгөл Фәнил ҡыҙы улдары менән дә осрашырға ниәтләгән, ләкин ул заданиела булып ҡала.
Беҙҙең һуғышсыларға гуманитар ярҙамды һәм өй йылыһын тапшырып, улар ҡабат юлға сыҡҡан. Өйгә ҡайтыу юлы тиҙерәк булған. Илинар Шакир улы менән Айгөл Фәнил ҡыҙы уртаҡ эшкә үҙ өлөштәрен индереүгә нимә этәргәнен әйтә. Уларҙың ошондай алыҫ юлға барыуҙары — сәфәр генә түгел, ә иң ауыр ваҡыттарҙа кешеләрҙе берләштерергә һәләтле берҙәмлек hәм көс символы булыуын аңлай. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
Ирина ФОМИНА яҙып алды.
Фото Айгөл Салихованың шәхси архивынан.