Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
12 Февраль 2025, 11:28

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Район ирекмәндәренең Башҡортостандың халыҡ артисы, МХО-ла ҡатнашыусы Радик Динәхмәтов менән осрашыуы иҫтә ҡалырлыҡ булды

Бер осрашыу үҙе бер ғүмерБер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер

Әлеге мәлдә барлыҡ район халҡы махсус хәрби операциялағыларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итә. Кемдәрҙер ҡоро душ әҙерләй, пакеттарға сәй тултыра, икенселәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре, шулай уҡ посылкалар әҙерләп, гуманитар ярҙам оҙата.

Белеүебеҙсә, уҙған йылда Радик Динәхмәтов беҙҙең район ирекмәндәренә сеткалар үререргә материал алыу өсөн финанс ярҙамы күрһәткәйне. Шул аҡсаға тейешле материалдар алынды һәм һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡларға булышлыҡ итеүсе маскировка селтәрҙәре үрелде.

- Волонтерҙар ярҙамы беҙҙең яугирҙәргә үҙ мәлендә барып етә. Беҙ Радик Биктимер улы менән кәрәкле материалдар заказать иттек һәм МХО-лағыларға хәтһеҙ ылау оҙаттыҡ. Бөгөн беҙ ошо изге эшкә ҡушылғандарҙы саҡырҙыҡ. Райондың 26 ауылында махсус хәрби операцияла йөрөгәндәр өсөн маскировка селтәрҙәре үреү дауам итә, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-аттар ҙа бар, Бик йылы булмаған биналарҙа, үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, көн дә тигәндәй, был эшкә ҡушылыусыларға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ, – тине сараны алып барыусы Эллина Заһит ҡыҙы Суфиянова.

Артабан район мәҙәниәт Һарайына йыйылған ирекмәндәр алдында бөгөн махсус хәрби операцияла йөрөгән һәм ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов сығыш яһаны.

- Беҙҙең олатайҙарыбыҙ, бабайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил өсөн үҙен аямай һуғышҡан. Ир-егеттәребеҙ Афғанстанда барған алыштарҙа ла, Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә лә һынатманы. Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында бик күп яҡташтарыбыҙ һуғыша, улар ысын геройҙар, - тип үҙе менән яҡындан таныштырҙы Радик Динәхмәтов,- Мин 2023 йылдың 22 июнендә Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөнөм. Тәүҙә тынлы оркестрҙа уйнармын тип уйлағайным, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса һалдат булып киттем һәм әлеге мәлдә “Башҡортостан” полкының Таһир Кусимов исемендәге батальонда водитель-санитар булып хеҙмәт итәм. Флейтамды һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм, блиндажда йәки госпитәлдә булғанда үҙ миссиямды үтәп, хәрбиҙәрҙең рухын күтәрергә тырышам, - тине “Әсән” ҡушаматлы яугир.

Район ирекмәндәрен район хәкимиәтенең беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы начальнигы Артур Амур улы Ғәлиев тәбрикләп үтте.

- Төрлө милләттән, төрлө йөштә булыуға ҡарамаҫтан, апайҙар, инәйҙәр, һеңлекәштәр, һеҙ үҙегеҙҙең изге эштәрегеҙ менән махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, оҙон ғүмер теләйем, - тине ул.

Лирик йырҙар авторы, популяр йырсы яу яланында тыуған яҡтан килгән посылкаларҙың, балаларҙың яҙған хаттарының, һүрәттәренең ни тиклем мөһим булыуын телгә алды. Ирекмәндәргә рәхмәт йөҙөнән үҙенең “Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам”,  “Күрше хаҡы-тәңре хаҡы”  кеүек һәр кемгә билдәле йырҙарын бүләк итте.

Сара һуңында әүҙем эшмәкәрлек алып барған волонтер төркөмдәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды, шулай уҡ һәр яҡлап  әүҙемлек күрһәткән ирекмәндәрҙең эше Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. 

Осрашыуға ирекмәндәр ҙә әҙерләнеп килгән. Әлфиә Булат, Нәфисә Ғәлиева һәм Елена Давыдова үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Ҡаныҡай мәҙәнәт йортоноң ҡумыҙсылар ансамбле, Аҙнайҙан Люциә Мырҙаханованың өҙҙөрә баҫып бейеүе һәм патриотик рухтағы йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә барыһынан да бигерәк, һәр кем ошо яҙ илебеҙгә тыныслыҡ алып килһә ине, тигән теләктә таралышты.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

 

Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу үҙе бер ғүмер
Автор:Гумерова Л
Читайте нас