“Ейәнсура таңдары” гәзите район хакимиәте һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә, махсус хәрби операцияла һәләк булған яҙыусы, “Ҡара этап” романы авторы Сабит ФАЗЛЫЕВтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында хикәйәләр конкурсы ойоштора.
Конкурстың ШАРТТАРЫ:
Хикәйәләр 2025 йылдың 20 февраленән 1 ноябренә тиклем “Ейәнсура таңдары” гәзите редакцияһына 453380, Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 адресы йәки гәзиттең электрон почтаһына (zori32@yandex.ru), шулай уҡ “Вконтакте” сайтындағы “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмөндә ҡабул ителә.
Килгән хикәйәләр сайтта баҫыласаҡ, ә иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙе яҙыусыларҙан торған жюри билдәләй. Улар иң беренсе сиратта әҫәрҙәрҙең сюжет яңылығына, тел, фекер байлығына, һүрәтләү сараларына, стиль үҙенсәлегенә иғтибар итәсәк.
Конкурсҡа йомғаҡ 2025 йылдың ноябрь айында яһаласаҡ. Жюри ҡарары һәм баһалары еңеүсе тип табылмаған, хикәйәләре гәзит битендә донъя күрмәгән авторҙарға еткерелмәй, дәғүәләр ҡабул ителмәй.
Гәзиттә донъя күргән хикәйәләр өсөн авторҙарға гонорар түләнмәй. Конкурста бер төп бүләк – 10 мең һум һәм дүрт номинация билдәләнә. Баһалама ағзаларының ҡарары һәм бүләкләү фондының мөмкинлегенә ҡарап, дәртләндереү номинацияһының һаны үҙгәрергә мөмкин.
Белешмә өсөн телефон 8-927-237-73-96.