Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
27 Февраль 2025, 12:49

Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде

Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә Ш. Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған шиғыр конкурсы үтте.

Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләндеИң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде

Йыл башында атаҡлы шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы республикала киң билдәләп үттеләр. Беҙҙең Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә лә ошо уңайҙан Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр  араһында әҙәби конкурс үтте.

Был бәйгелә Бишбүләк ауылы мәктәптәренән, шулай уҡ Ҡаныҡай, Уҫаҡ-Кисеү, Сухоречка, Каменка, Михайловка, Дим мәктәбенән уҡыусылар ҡатнашты. Ун алты уҡыусы баһалама ағзалары алдында үҙҙәренең шиғыр һөйләү оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сәхнә түренән Бабичтың төрлө темаға яҙылған шиғырҙары яңғырауы бөйөк шағирҙың шиғриәте күп яҡлы булыуын иҫбатланы. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә бай ижади мираҫ ҡалдырған шағирҙың  айырыуса “Беҙ”,  “Ҡурайҡайға”,  “Халҡым өсөн”  шиғырҙары бер нисә тапҡыр яңғыраны.

Белеүебеҙсә, шиғыр һөйләүҙең үҙ нескәлектәре, серҙәре бар. Нәфис һүҙ оҫталарын баһалама ағзалары: туған телдәр буйынса район методисы Г.Д.Фәйрушина, башҡорт теле буйынса район методик берләшмәһе етәксеһе Р.С.Тихонова, “Дим буйҙары” гәзитенең хәбәрсеһе Л.И.Ғүмәрова һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Д.М.Батраева баһаланы. Улар телмәрҙең грамоталылығына, башҡарыу оҫталығына һәм һөйләүсенең сәхнәлә үҙен тотошона ла иғтибар итте.

Район мәктәптәрендә төрлө милләт балалары белем ала, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың шиғыр бәйгеһендә әүҙем ҡатнашыуы - шатлыҡлы күренеш. Уңышлы сығыш яһаған уҡыусылар “Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы”ның дипломына лайыҡ булды:

1-cе дәрәжә -  Халиҡов Линар (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Батраева Д.М), Камалетдинова Альмира (Бишбүләк 3-cө мәктәбе, етәксеһе Семенова З.Р);

2-cе дәрәжә – Мөхәмәтханова Рита (Уҫаҡ-Кисеү мәктәбе, етәксеһе Шиһапова Г.М), Абайҙуллина Лидиана (Дим мәктәбе, етәксеһе Р.С.Тихонова), Ниғәмәтйәнова Ләйсән һәм Ситдиҡов Рәфил  (Бишбүләк 1-cе мәктәбе, етәксеһе З.З.Муллағәлиева);

3-cө дәрәжә– Залилов Реналь (Бишбүләк 1-cе мәктәбе, етәксеһе Г.Х. Иванова), Төхвәтулуллина Ралина (Сухоречка, етәксеһе Л.А.Батталова.), Минәхмәтов Асҡар һәм Хисамов Ибраһим (Бишбүләк 1-cе мәктәбе, етәксеһе Г.Т.Ғәлимова).

Еңеүселәребеҙҙе, призлы урындар алыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ.  Бынан тыш, шиғыр һөйөүселәр “Мең-ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы” рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов ҡулынан “Аҡбуҙат” журналын, календарь-китаптар алып ҡыуанды. Бәйгелә башҡа ҡатнашыумыларға ла район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Еңеүселәрҙе шулай уҡ Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Б.Ж.Ноғоманов тәбрикләне һәм тыуған телде өйрәнеүҙә ныҡышмалыраҡ булыуҙарын теләне.  

Киләсәктә лә уңыштарығыҙ, яулар үрҙәрегеҙ күп булһын!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

 

Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр бүләкләнде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас