Ошо көндәрҙә Ҡадракүл һылыуы Светлана» Шевцова Рәсәйҙең Көнсығыш принцессаһы" титулын яуланы
Ҡыҙға өс йәш булғанда, ул ата-әсәһе менән себерҙең Лангепас ҡалаһына күсенә. Унда мәктәпте тамамлай, Ә юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн Өфөгә килә тыуған йәшел республикаһын бик һағына.
- Әҙерлек бик етди булды. Проект Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәренең һәм йолаларының күп төрлөлөгөн күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡанлыҡтан, Башҡортостан хаҡында презентация әҙерләнем, милли кейемдә сығыш яһаным, ә ижади номер итеп «Ете ҡыҙ»бейеүен һайланым. Был минең беренсе конкурсым булды, мин бик борсолдом. Был конкурста еңеү мине артабан ҡатнашырға рухландырҙы.
Светлана әйтеүенсә, конкурстарға ул үҙе әҙерләнә. Үҙе кейемдәр һайлай, үҙенә макияж һәм сәс эшләй.
Һылыу ҡатын күп кенә матурлыҡ конкурстарының төбәк вәкиле булып тора һәм уларға ҡыҙҙар әҙерләй. Былтыр уның тәрбиәләнеүселәре биш таж яуланы. Светлана фекеренсә, йәмғиәттә бындай конкурстарға ҡайһы берҙә алдан ҡараш менән ҡарайҙар, бөтә урындар һатып алынған, йәки уларҙы билдәле бер ҡаҙаныштары өсөн бирәләр, тиҙәр.
Светлананы Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашырға саҡыралар. Ул шундуҡ ризалашмай: программаны өйрәнә, ойоштороусылар тураһында мәғлүмәт таба, элекке конкурсанттар менән бәйләнешкә инә. Светлана йыш ҡына фотомодель булып сығыш яһай, Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта мода күрһәтеүҙәрендә ҡатнаша. Күптән түгел Ғәрәп Әмирлектәренә һәм Парижға подиум моделе сифатында саҡырыу ала, әммә был проекттарҙы ул әлегә кисектереп тора.
tuvest.ru