Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк" акцияһы Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелеп килә. Ул етенсе тапҡыр үткәрелә һәм былтыр күсмә комплекстар 170 меңдән ашыу кешене ҡабул итте.
Быйыл ла "Сәләмәтлек поездары" республиканың бөтә райондары буйлап үтәсәк. Комплекстар составында күсмә флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар бар.
Алты маршрут бар һәм улар иң алыҫ тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр медицина ярҙамын ала алһын өсөн төҙөлгән.
Өфө маршруты ун район буйынса үтәсәк: Иглин, Шишмә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Благовар, Кушнаренко, Саҡмағош, Нуриман, Өфө.
Биш район буйынса Дыуан маршруты: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат райондары.
Нефтекама маршруты 12 район: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө райондары һәм Нефтекама ҡала округы буйлап үтәсәк.
Туғыҙ район буйынса Октябрьский: Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Дәүләкән, Шаран.
Стәрлетамаҡ ун бер район буйынса: Ауырғазы, Ғафури, Әлшәй, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен, Ейәнсура.
Ете район буйынса Белорет маршруты: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары.
Фото: пресс-служба Министерства здравоохранения РБ.