Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Апрель 2025, 04:13

Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды

Бишбүләк ауылының Еңеү паркында «9 рота» отряды эҙәрмәндәрен оҙатыу тантанаһы үтте. 

Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалдыЭҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды

Дим урта мәктәбекнең тарих уҡытыусыһы В.В.Чернов етәксегендәге эҙәрмәндәр отряды “Хәтер вахтаһы-2025” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Балалар-эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар әҙерлек үтте һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған Ҡыҙыл Армия һалдаттарының ҡалдыҡтарын эҙләү һәм идентификациялау буйынса Башҡортостан Республикаһының йыйылма эҙәрмәндәр отряды составында ҡатнашырға әҙер. Быйыл Хәтер вахтаһы Волгоград өлкәһендә үтәсәк.

Тантаналы сараға район мәктәптәренең Шайморатов кластары уҡыусылары саҡырылды. Митингыла ҡатнашыусылар алдында хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Данилов сығыш яһаны, ул эҙәрмәндәр алып барған эштең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм балаларға яу яландарында һәләк булған яугирҙәрҙың исемендәрен асыҡлау йәһәтенән уңыштар теләне. Эҙләү отрядында ҡатнашыу өсөн бер генә теләк кенә аҙ, балалар уҡыу йылы дауамында тарихты өйрәнә, эҙләү экспедицияһында үҙ теләктәрен ныҡышмалылыҡ һәм археологияны белеү, яҡшы физик форма менән иҫбатлай.

- Эҙләү экспедицияһы ваҡытында беҙгә спартан шарттарында йәшәргә, тәүлегенә ун ике сәғәттән ашыу ҡаҙыу эштәре алып барырға тура килә, - тип уртаҡлашты эҙләү отряды етәксеһе Владимир Чернов.

«9 рота» эҙәрмәндәр отряды Дим ауылы мәктәбендә урынлашҡан. Бишбүләк районы эҙәрмәндәре иҫәбендә 16 эҙләү экспедицияһы һәм 118 күтәрелгән Ҡыҙыл Армия яугирҙары һәм офицерҙары бар. Һәр хәтер вахтаһы Еңеү көнө алдынан яугирҙәрҙең һөлдәләрен хәрби хөрмәт менән ҡабат ерләү менән тамамлана. "Хәтер вахтаһы"на киткән балаларҙың ата-бабалары араһында хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар ҙа бар. Балаларға еңел булмаған эштә уңыштар теләйбеҙ

.

Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Эҙәрмәндәр отряды йәнә юлға ҡуҙғалды
Автор:
Читайте нас