Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Июнь 2025, 11:41

Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим

Бишбүләктә Үҙәк майҙанды төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды. Был хаҡта район хәкимиәте башлығы Артур Зарипов хәбәр итә. 

Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһимЙәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим
Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим

Район үҙәгендәге төп майҙан халыҡтың яратҡан урыны тиергә була, сөнки бында әленән-әле төрлө мәҙәни саралар үтә, йәрминкәләр ойошторола. Киләсәктә ул тағын да күркәм төҫ аласаҡ. 

- Алдан яҙылыуынса, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә  үҙәк майҙан тулыһынса үҙгәрәсәк һәм район үҙәгенең һәм бөтә райондың ысын биҙәге буласаҡ. Әле үк был проект буйынса ҙур сәхнә ҡуйылды. Артабан ял итеү зоналары булдырыласаҡ, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ, япма һәм йәйәүлеләр зонаһы яңыртыласаҡ.

Проект бер нисә йылға иҫәпләнгән, әммә эштәр әле үк алып барыла. Шунда уҡ Ленин һәйкәле урынында ҡаласағын хәбәр итәм! Был хаҡта борсолорға кәрәкмәй. Сөнки иң мөһиме, реконструкция һөҙөмтәһендә майҙан үҙенең тарихи ҡиммәтен һаҡлап ҡалырға тейеш, - тип мөғлүмәт бирә Артур Мөхлис улы. 

 

Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим
Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим
Йәйге эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарыу мөһим
Автор:
Читайте нас