

– Миңә банктан мәрхүм туғанымдың кредиты уңайынан шылтыраттылар. Уның өсөн түләргә кәрәкме?
Бурыстарҙың ысынлап та һеҙгә күсеүе мөмкин, тик һеҙ, мираҫ алыусы булараҡ, рәсми танылғас ҡына.
️ Шуныһы мөһим: һеҙ бурыстар өсөн бары мираҫҡа алынған мөлкәт хаҡы сиктәрендә генә яуаплы. Мәҫәлән, 5 миллион һумлыҡ фатирҙы мираҫ итеп алһағыҙ, ошо суммаға ғына яуап бирәһегеҙ.
Мирасты ҡабул итмәҫкә мөмкин, әммә был осраҡта һеҙ бурыстарҙан да, мөлкәттән дә баш тартаһығыҙ.
Милекте нимәлер эшләтһәгеҙ, мәҫәлән, автомобилде ремонтҡа тапшырһағыҙ, ул мираҫты ҡабул итеү тип иҫәпләнәсәк.
Мираҫ эйәһе хоҡуғын алып өлгөрһәгеҙ, унан таныҡлыҡ алғанға тиклем баш тартырға мөмкин. Бының өсөн эште алып барған нотариусҡа мөрәжәғәт итеү етә. Таныҡлыҡ рәсмиләштерелгән булһа, милек хоҡуғынан суд аша ғына баш тартып була.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан