

Бөгөн, 12 сентябрҙә, Башҡортостанда республика халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. Был сағыу байрам Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указы менән булдырылды. Уның маҡсаты - беҙҙең төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштыру.
Беҙҙең районыбыҙ күп милләтле, белем усаҡтарында башҡорт, татар, рус, сыуаш, мордва һ.б. милләт балалары белем ала һәм үҙ-ара татыу йәшәй. Ошо сағыу байрам уңайынан Бишбүләк 2-cе урта мәктәбендә лә флэшмоб үтте.
Милли кейем-ул кейем генә түгел, ә тарихыбыҙҙың, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең һәм үҙенсәлектәребеҙҙең сағылышы. Ул үҙендә ата-бабаларыбыҙҙың йылыһын һаҡлай һәм бер-береһенең йолаларына берҙәмлекте һәм ихтирамды символлаштыра. Был көн беҙҙе мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә рухландырһын! Беҙ балалар менән республикабыҙ халыҡтары араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡтың һәр ваҡыт хакимлыҡ итеүен теләйбеҙ!
Фотолар: Бишбүләк 2-се урта мәктәбе сайтынан алынды.