Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
2 Октябрь 2025, 09:28

Ленин паркында юлдар һәм инженер селтәрҙәре төҙөлә башланы

Паркта әлеге ваҡытта 114 яҡтыртыу таянысы, 17,9 мең квадрат метр брусчатка, шулай уҡ фонтандар һүтелгән.    

Ленин паркында юлдар һәм инженер селтәрҙәре төҙөлә башланы
Ленин паркында юлдар һәм инженер селтәрҙәре төҙөлә башланы

Өфөлә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)”Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә В.И. Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә. 2025-2026 йылдарға планлаштырылған эштәр ете гектар самаһы майҙанды биләйәсәк һәм уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн заманса һәм уңайлы ял итеү урынына әйләндерәсәктәр.

Паркта әлеге ваҡытта 114 яҡтыртыу таянысы, 17,9 мең квадрат метр брусчатка, шулай уҡ фонтандар һүтелгән. Гранит баҫҡыстар һәм баҫҡыс марштары, иҫтәлекле ордендарҙың нигеҙҙәре һәм ҡапҡастары реставрациялау тамамлана. Шулай уҡ ағастарҙы ҡырҡыу ҙа башҡарылған.

Әле бригадалар йәйәүлеләр юлы һәм балалар майҙансығы өсөн бетон нигеҙҙәр ҡороу, һыу менән тәьмин итеү, канализация һәм авто һыу ҡойоу селтәрҙәре һалыу менән шөғөлләнә.

Яңыртыу барышында фонтандарға ремонт үткәреләсәк, дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу йәйәүлеләр юлы түшәләсәк, 200-ҙән ашыу бәләкәй архитектура формаһы ҡуйыласаҡ. Йәшелләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк: 46 мең квадрат метр самаһы биләмәне төҙөкләндерелгән газондар, сәскәлектәр һәм ағастар биләйәсәк.

Бынан тыш, бында яңы яҡтыртыу системаһы, шул иҫәптән светодиод бағаналары һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажлана. Бында шулай уҡ медиаүҙәк һәм амфитеатр, сәхнә һәм уйын элементтары менән интерактив майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Ленин паркында юлдар һәм инженер селтәрҙәре төҙөлә башланы
Ленин паркында юлдар һәм инженер селтәрҙәре төҙөлә башланы
Автор:
Читайте нас