Дүшәмбе, 8 декабрҙә, республиканың үҙәк райондарында көндөҙ -6 градусҡа, төндә иһә -12 градусҡа тиклем һыуыта. Әммә һалҡын көндәр оҙаҡ тормай. Декабрҙең икенсе аҙнаһында йәнә йылы көтөлә
Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 11 декабрҙә ҡар яуасаҡ, тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем яуыуы ихтимал.
14 декабрҙә иһә 7,8 миллиметрға тиклем яуым-төшөм фаразлана, йылы булғас, ҡар ҙа, ямғыр ҙа көтөлә.
15 декабрҙән 17-һенә тиклем 10 миллиметрҙан ашыу ҡар яуыуы бар. Әгәр был фараздар дөрөҫкә сыҡһа, декабрҙең икенсе декадаһында республикала тотроҡло ҡар япмаһы ятыуы мөмкин.
Башинформ.