Бишбүләк ауылы мәсете ҡаршыһындағы “Изгелек” төркөмө 60-75 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Элек улар төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, бухагалтерҙар ҙа, тегеүселәр ҙә, шәфҡәт туташтары ла булған... Ләкин уларҙың барыһын да һалдаттарға ярҙам итеү, үҙеңде кәрәкле, мөһим ваҡиғаларға ҡатнашы бар, тип хис итеү теләге бик ҙур.
Бер-беребеҙҙе яратып, шаяртып, “ҡыҙҙар”, тип атайбыҙ. Ысынлап та, беҙҙең яныбыҙға килеүселәрҙең барыһы ла хатта йәштәр көнләшерлек дәртле, тормош һөйөүсән. Уларҙың барыһының да ҡулдары ла, йөрәктәре лә алтын. Бар эштәрҙе лә доға ҡылып, әсәләр һөйөүө һәм махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланһа ине, тигән теләк менән башҡарабыҙ.
Өс йылға яҡын “көмөш сәсле волонтерҙар” арымай-талмай, һәр иртәлә эшкә барғандай мәсеткә йыйылалар. Төркөм етәксеһе Рәсимә Әйүп ҡыҙы Петрова былай тип иҫкә ала: “Госпиталдәгеләргә ярҙам йыйыуҙан башланыҡ, эске кейем, постель кәрәк-яраҡтары, мендәр тектек, артабан окоп шәмдәре, ҡоро душ яһаныҡ, хатта утынды ла фронтҡа ебәреү өсөн тоҡтарға тултырҙыҡ. Төркөмгә беренселәрҙән булып Мәрйәм Сәлимова, Әлфиә Маликова, Асия Нәғимова, Лилиә Ғәзизова, Рәшиҙә Вәлиева, һуңыраҡ Нәфисә Алексеева, Миләүшә Ғәббәсова, Рәйлә Камаева, Лилиә Ибәтуллина, Гөлзимә Камаева, Гөлйөҙөм Ихсанова, Ләйлә Яруллина, Гөлнур Насрыева, Фәүзиә Сөләйманова ҡушылды. Бер ваҡыт Туймазы ирекмәндәре һалдаттар өсөн аш йыйылмалары әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, әҙер пакеттарҙы күрһәттеләр. Беҙ уларҙан өйрәнеп, ир-егеттәребеҙ өсөн өй туҡмасы, борщ әҙерләргә булдыҡ. Әлбиттә иң тәүҙә ингредиенттар әҙерләргә кәрәк ине. Төркөм ағзалары өйҙә бәрәңге, кишер, сөгөлдөр, һуған һ.б. йәшелсәләр киптерҙе. Йәшелсәләрҙе битараф булмаған ауыл халҡы алып килә, үҙебеҙ ҙә кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып алабыҙ. Һәм баштарына салма, яулыҡ ябынған, алъяпҡыс кейгән ҡатын-ҡыҙҙар тәмле туҡмас өсөн 50-200 йомортҡаға ҡамыр баҫып, туҡмас киҫәләр. Шуныһын да әйтергә кәрәк, кухняны эш урынын йыһазландырыуҙа Таһир Камаев ҙур ярҙам күрһәтте. Хәҙер беҙҙең барыһы ла бар: һауыт-һаба, инвентарь, матур кәштәләр, ҡайнар һыу. Элек үҙебеҙ менән уҡлау, бысаҡ, таҡта алып килә торғайныҡ. Көн һайын 10-13 кеше эшләйбеҙ. Ҡыҙыҡһынып, беҙ күпме аш йыйылмаһы әҙерләгәнде һанарға тырыштыҡ, ләкин һан менән буталдыҡ. Егеттәребеҙҙе тәмле ризлыҡтар менән дә һөйөндөрәһебеҙ килә, бер нисә тапҡыр бауырһаҡ, сәк-сәк әҙерләнек, Флорид Исламов һәм Рөстәм Шаякберов тапшырған Бишбүләк балын ебәрҙек. Беҙ киптергән алмалар, сохарый һалдаттарға оҡшай. Уҙған йылда яугирҙәр өсөн билмән яһаныҡ, күптән түгел 50 банка тушенка әҙерләп ебәрҙек.
Беҙҙең төркөмдә Бишбүләк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ғына түгел, Ҡасҡын ауылынан Алмира Хәбированы һәм Боголюбовканан Нәфисә Чекайлоны беҙ үҙебеҙҙекеләр, тип һанайбыҙ. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк, ысын ирекмәндәр! Аҙна һайын бер нисә киптерелгән йәшелсә алып киләләр, туҡмас та киҫергә, ҡабаҡтан цукаттар яһарға ла өлгөрәләр.
Беҙ Разия ауылында йәшәүсе ханымдарға бик рәхмәтлебеҙ, улар өйҙәрендә туҡмас киҫеп, беҙгә тапшыралар. Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары ла туҡмас киҫеп алып килде. Ә бит уларҙы бер кем дә мәжбүр итмәй, улар быларҙың барыһын да ысын күңелдән әҙерләй. Уларҙың һәр береһенең үҙ хужалығы, йорто, ейәндәре бар, ҡайһы берҙә ауырып торһалар ҙа, улар еңеүҙе яҡынайтыуҙы, егеттәрҙең тылдан килгән ярҙамды тойоуҙарын теләйҙәр.
Йәйгеһен Рәсимә Әйүп ҡыҙы инициативаһы менән дарыу үләндәре әҙерләнек. М.Гордеев менән килешеү төҙөнөк, башҡа ирекмәндәр ҙә беҙгә үләндәр йыйырға ярҙам итте. Йыйылған аҡса “Бөтәһе лә фронт өсөн - Бишбүләк” иҫәбенә күсерелде. Йәрминкәләргә барыу беҙҙең өсөн яңылыҡ булды. Һатыла торған тауарҙарҙың ассортиментын булдырыуҙа барыһы ла ҡатнашты: йәшелсә, еләк-емеш, цукат, компот, үлән сәйҙәре, бәйләнгән тапочкалар, бауырһаҡ һәм, әлбиттә, өй туҡмасы. Ырымбур өлкәһенең Пономаревка ауылына, Приют ҡасабаһына йәрминкәләргә барҙыҡ. Шундай саралдарҙа Пономаревка ирекмәндәре менән дуҫлаштыҡ. Йәрминкәләргә, урманға үлән йыйырға беҙҙең автоволонтерҙарыбыҙ Михаил Петров, Борис Маликов, Фирүзә Йәмилева, Таһир Камаев машиналары менән барҙыҡ, улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
Күп кенә ирекмәндәр МХО-ға ярҙамы өсөн “Волонтерлыҡ хәрәкәтенеңактив ҡатнашыусыһы” билдәһе менән бүләкләнделәр. Беҙҙең төркөм дә “Все для Победы - Бижбуляк” төркөмөнөң барлыҡ сараларында ла актив ҡатнаша. Былар “Бөйөк Еңеүгә – 80 йыл”, “Һалдат бутҡаһы”, тәбиғәткә сығып, мунса миндеге әҙерләү, “Мир вкуса” кафеһында Ирекмәндәр көнө. Һүҙ уңайынан, тап бына Ирекмәндәр көнөндә Раил Едиханов башҡарыуында (В.Смолов һүҙҙәре) “Волонтерҙар маршы” яңғыраны.
Беҙ Алевтина Васильеваға патриотик характерҙағы бындай йөкмәткеле саралар ойошторғаны өсөн рәхмәтлебеҙ. Уларҙан һуң тағы ла рух күтәренкелеге тояһың. Беҙ – актив туристар, тыуған ил буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Алевтина Герасимовна ярҙамында Санкт-Петербургҡа барҙыҡ, былтыр Ҡазанда һәм Мәскәүҙә булдыҡ. Шулай уҡ беҙ мосолман байрамдарын ()Ураҙа ғәйете, Ҡорбан байрамы, Мәүлид кисе) әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Күптән түгел беҙҙең ирекмәндәр мәсеттең икенсе ҡатына косметик ремонт яһанылар, ашхана һәм кухняны төҙөкләндерҙеләр. Күптәр ғәрәп теле мәктәбендә уҡый, Ҡөрьән сүрәләрен, намаҙ уҡырға өйрәнә.
Беҙҙең ирекмәндәр скандинав йөрөшө өсөн өсөн дә ваҡыт таба, бассейнға йөрөйҙәр, бер нисә кеше ГТО нормаларын тапшырҙылар. “Изгелек” төркөмө ирекмәндәре бына шундай ҡыҙыҡлы бай тормош менән йәшәй. Барыбыҙға ла именлек, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө һәм махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләйһе килә.
Ләйлә ЕДИХАНОВА.