2026 йылда рәсми рәүештә Италиялағы Уйындарға саҡырылған Рәсәй спортсылары исемлегендә 13 кеше бар. Беҙҙең илдән фигуралы шыуыуҙа — Аделия Петросян һәм Петр Гуменник; шорт-тректа — Алена Крылова һәм Иван Посашков; саңғы ярышында — Дарья Непряева һәм Савелий Коростелев; боҙҙа конькиҙа йүгереү спортында Ксения Коржова һәм Анастасия Семенова ҡатнаша. Ски-альпинизмда — Никита Филиппов; сана спортында — Дарья Олесик һәм Павел Репилов; тау саңғыһы спортында Семен Ефимов, Юлия Плешкова илебеҙ намыҫын яҡлай.
Олимпия уйындары Миланда һәм Кортина-д’Ампеццола 6-22 февралдә ойошторола. Рәсәй вәкилдәре нейтраль статуста сығыш яһай. Ҡышҡы Олимпиадаға бөтәһе 90 милли олимпия комитетынан 2900 спортсы ғариза биргән. Ҡатнашыусылар 16 спорт төрөндә миҙалдар өсөн көс һынаша.