Бишбүләк тарихи-этнография музейының архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Кәрим ауылы 1919 йылда Айыт ауылынан сыҡҡан кешеләр тарафынан “...халыҡ һаны һиҙелерлек кәмегәнлектән” барлыҡҡа килгән һәм бер тауыштан матур урманлы яңы ерҙә төпләнергә ҡарар иткән. Һәм бер йылдан инде Кәрим ауылында 78 йортта 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән йорт иҫәпләнгән. 1920 йылда яңы ауылда 47 кеше йәшәгән. Бында бик тырыш, көслө рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәгән кешеләрҙең күсеп килеүе тураһында һөйләй. Был ваҡиғаларға йөҙ йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Бөгөнгө көндә Айыт ауыл Советы биләмәһенең Кәрим ауылында, йорт кенәгәләрендәге яҙмаларға ҡарағанда, ағас һәм кирбестән 55 өй иҫәпләнә, ләкин уларҙың 29-ында ғына кистәрен электр уты ҡабына, һәм уларҙа етмешләп кеше йәшәй. Башланғыс мәктәп һәм ауыл клубы күптән ябыҡ торһа ла, элекке замандағы кеүек, фельдшер-акушерлыҡ пункты көн һайын эшләүен дауам итә. Ауыл ныҡ тора һәм кәримдәрҙең юғары әүҙемлеге арҡаһында райондың бәләкәй ауылдары араһында яҡшы күренә. Бында эшсән халыҡтың шәхси хужалығында бесән, утын әҙерләү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм төрлө йөк ташыу өсөн тәгәрмәсле трактор һ.б. техника бар.
Ауылдың именлеге күптән түгел үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләп үткән Айыт ауыл Советы депутаты, ауыл старстаһы Альмир Ғәбделйәмил улының эшсәнлегенә лә бәйле. Кәрим ауылының татыу бер ғаилә булып йәшендә уның да өлөшө бар.
- Минең өсөн бер ҡасан да кем булырға һәм ҡайҙа йәшәргә, тигән һорау торманы – ти Бәләбәй урмансылығының Бишбүләк һәм Дим участоктары урмансылығында урман хужалығы инспекторы булып эшләүсе Альмир Арыҫланов. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, буласаҡ һөнәрем мин тыуғансы уҡ билдәле булған. Сөнки минең олатайым Закир Арыҫлан улы 1943 йылда батырҙарса һәләк булған, һуғышҡа ҡәҙәр ул бригадир булып эшләгән. Өлкән ағайым да урмансы булып китте. Мин үҙемде ошо исемлектән бер нисек тә сығарып ташлай алманым. Беҙ бит бала саҡтан атайыма ярҙам итеп, яландағы сәскәләрҙең хуш еҫен еҫкәп үҫтек. Ул беҙҙе ҡырмыҫҡа оялары һәм ағас олондары буйынса горизонт яҡтарын танырға, урман массивының нумерациялы һәм майҙанлы участоктарында бағаналарҙы дөрөҫ ҡуйырға өйрәтте. Быйыл был эшкә тотонғаныма 40 йыл була. 1986 йылда ул вафат булды, һәм мин, һуңыраҡ Өфө урман техникумын тамамлағас, ғаилә эстафетаһын ҡабул иттем. Әлегә ҡәҙәр эшләйем һәм бер ҙә үкенмәйем. Ҡыҫҡаһы, урмансылар династияһын дауам итәм.
Альмир Алыҫланов 40 йылға яҡын Бишбүләк районының утыҙ мең гектарға яҡын урманын күҙәтеү аҫтында тота. Былар – урман киҫеүселәрҙең һайлап киҫеү өсөн бүленгән өлөштәре, йәш үҫентеләрҙе ҡарау йәки тоташ делянкалар. Уның намыҫлы хеҙмәте район хәкимиәте тарафынан лайыҡлы баһаланған. 1996 йылда уға “Рәсәйҙең урман һағында намыҫлы хеҙмәте өсөн” маҡтау билдәһе тапшырылған. 2011 йылда БР урман хужалығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Һәм бер йылдан һуң Альмир Арыҫланов “Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы” исеменә лайыҡ булған.
- Мин, ғаиләлә иң кесе бала булараҡ, тыуған ауылымда ҡалдым: тыуған нигеҙ буш булмаҫҡа тейеш, - тип дауам итә Альмир Ғәбделйәмил улы. – Бигерәк тә әсәйем тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк ине. Быйыл әсәйемә (Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы) 90 йәш тула. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара: ауыл яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһына, аҡыллы кәңәштәр бирә, район гәзитен уҡый, телевизор ҡарай. Атайымдың йорто ҡаршыһында мин ҙур һәм яҡты йорт һалдым, әсәйем, туған йорт усағын һаҡлаусы булараҡ, айырым йәшәй. Утыҙ дүрт йыл элек мин Гүзәл Миневәзир ҡыҙына өйләндем. Ул тәүҙә Кәрим башланғыс мәктәбендә балалар уҡытты, хәҙер иһә Айыт урта мәктәбендә эшләй. Беҙҙең Элина менән Илзинә ҡыҙыбыҙ үҙаллы йәшәй, ейәнсәребеҙ Иделия үҫеп килә.
Ауыл старостаһы Альмир Арыҫланов үҙ төйәген төҙөкләндереү йәһәтенән башҡаларға үрнәк күрһәтте. Бында барлыҡ дүрт урам да – Үҙәк, Урман аҫты, Урман һәм Саҡмағош урамдары йыл буйына ҡаралған һәм йыйыштырылған.
Йәйгеһен ауыл йәшеллеккә күмелә. Ауыл ситендә гладиолустарҙың ҡырағай плантацияһы бар икән. Кәрим ауылында йәшәүселәрҙең тырышлығы менән, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтары хөрмәтенә обелиск ҡуйылған. Быға ҡәҙәр бер гектар майҙанда ябай нарат үҫентеләре ултыртылған парк булдырылғайны. Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына элекке Айыт кирбес заводынан ауылға таба һигеҙ рәт итеп 6000 нарат үҫентеһе ултыртҡандар. Көҙгөһөн тағын был эште дауам итеү өсөн ер һөргәндәр. Шулай итеп, Кәрим ауылы "иң йәшелләндерелгән тораҡ пункты” исеменә ҡыйыу рәүештә дәғүә итә ала. Һәм былар барыһы ла үҙенең тыуған ауылына ғашиҡ Альмир Ғәбделйәмил улы Арыҫланов етәкселегендә эшләнә.
Владимир Смолов,
фотолар ғаилә архивынан