Дим буйҙары
+22 °С
Облачно

«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы

Беҙ пионер булдыҡ! Дүсән ауылының Кәрим Хәкимов исемендәге музейында Пионер булған саҡтарҙы иҫкә алдылар 

«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы

1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала район комитеты эргәһендә пионер отряды ойошторола. Пионерҙарға талаптар, уларҙың эшмәкәрлек программаһы Пионерҙың тантаналы анты, Йәш пионерҙар закондары, “Советтар Союзы Коммунистар партияһы эше өсөн көрәшкә һәр ваҡыт әҙер бул!” девизы һәм “Һәр ваҡыт әҙер!” яуабы м‑н билдәләнә. Пионерҙарҙың үҙ символдары (ҡыҙыл байраҡ, флаг, галстук, значок); атрибуттары (борғо, барабан, форма); ритуалдары (салют, сафҡа теҙелеү, линейкалар, байраҡ индереү, флаг күтәреү, традицион пионер сборҙары, усаҡтар) һ.б. була.  Отрядтарҙа һәм дружиналарҙа эш урындағы шарттарҙы һәм милли йолаларҙы иҫәпкә алып үткәрелә.

Күптәребеҙҙә пионер йәшлеге тураһында күпме күңелле ностальгия хәтирәләре бар: пионер усаҡтары, строй смотрҙары һәм йырҙар, отряд йыйылыштары. Пионер бала сағынан хәтерҙә нимә ҡалған?  Был ваҡыт һәр кемдең күңелендә һаҡлана торғандыр. Кемдер ғорурлана, кемдер күңелл осорға рәхмәтле. Беҙҙең арала шул ваҡыттағы совет балаларының тәрбиә процесын шик аҫтына алған скептиктар ҙа бар. Барыһы ла төрлөсә була. Һәр яңы тиҫтә йыл һайын ил генә түгел, ул ваҡытта йәшәгән барыбыҙ ҙа үҙгәрә. Әммә пионер бала сағыбыҙҙы иҫкә төшөргәндә барыбыҙҙы ла нимә берләштерә? Сөнки был бик ҡыҫҡа ваҡыт арауығы – пионер йәше дүрт йыл менән генә сикләнә-10 йәштән 14 йәшкә тиклем. Ни тиһәң дә, күңелле осор булған!

https://vk.com/club145275163?z=photo-145275163_457244879%2Fwall-145275163_2333

«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
«Музейҙар төнө – 2026» Бөтә Рәсәй акцияһы
Автор:
Читайте нас