Дим буйҙары
+15 °С
Облачно

Ат сабышы – шәп тамаша

Элек-электән ат сабышы һабантуйҙың сағыу бер биҙәге булып тора.

Ат сабышы – шәп тамашаАт сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша

Һабантуйҙа элекке замандан ҡалған йолалар әлелә үҙгәрмәй. Мәҫәлән, ат сабыштары, көрәш, һырғауылға үрмәләү, ауыш бағананан үтеү, көршәк ватыу мотлаҡ рәүештә һабантуй программаһына инә.

Тантаналы өлөштән һуң кырандастар парады үтте. Матур итеп биҙәлгән кырандастарҙа үтеүселәрҙе ҡарау бигерәк тә күңелле ине.  Иң тәүгеләрҙән булып майҙандан Наил Салауатов “Йондоҙ” ҡушаматлы атта үтте, уның артынса таҫмалар менән биҙәлгән, ялдары үрелгән аттарҙа Никоноров Геннадий Лукич ҡуҙғалды.

Бына һабантуйҙың күптәр көтөп алған иң ҡыҙыу өлөшө етте. Ҡайһы берәүҙәр нәҡ ат ярыштарын ҡарарға килә. Кемдер ярышсыларға һоҡланһа, ҡыйыуҙар, ат сабышында тәжрибәле булғандар үҙҙәрен һынай. Был мауыҡтырғыс тамашаны телефонға төшөрөүселәр был көндә бихисап ине. Һабантуйға “Родник”, “С.Юлаев”, шулай уҡ Вахитов Р.С., Ямалетдинов, Сабитов Д.Х., Абзалов фермер  хужалыҡтарынан килгән аттар килтерелгәйне. Юртаҡтар сабышы өсөн 1800 саҡрым дистанция билдәләнгәйне, Милютин А.Н. һәм Ямалетдинов Р.Т. Вахитов Р.С. хужалыҡтарының һыбайлылары еңеүсе булды. Башҡорт тоҡомло һәм урындағы тоҡом аттар 2700 cаҡрымға ярышты.   Елдәй елгән аттарҙа һыбайлыларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине! Һомғол аттар, ҡыйыу ир-егеттәр, еңеү өсөн көсөргәнешле көрәш – барыһы ла матур тамаша бүләк итте. Бәйге һөҙөмтәләренә килгәндә, һабантуйҙарҙа алдынғылыҡты бирмәгән Рәмил Ғәтиәтуллин был юлы ла “Аврора” ҡушаматлы аты менән финиш һыҙығын беренселәрҙән булып үтте, Коваленко Н.А хужалығы исеменән сығыш яһаусы Хәбибуллин Данияр “Полярник” ҡушаматлы атта икенсе булып килде.  

Таҙа ҡанлы һәм ярым яҡшы тоҡомло аттар араһында Айыт ауылынан “Гроза” ҡушаматлы атында беренсе урынды алды, Коваленко Н.А хужалығынан Хәбибуллин Данияр “Зарница” ҡушаматлы аты менән икенсе урынға сыҡты, ә Гасанов Теймур “Звездочка”ла өсөнсө булды.

Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ. Ат йәнле ир-егеттәр алдағы йылдарҙа һабантуйҙарҙа район халҡын һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.

Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Ат сабышы – шәп тамаша
Автор:Гумерова Л
Читайте нас