Дим буйҙары
+17 °С
Облачно

Иғтибар артырға тейеш

Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған 176 ойошма халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһында хеҙмәт күрһәтә. Улар инвалидтарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм инвалид балалары булған ғаиләләрҙе адреслы ярҙам менән тәьмин итә. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова хәбәр итте. Дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү секторы республика бюджетынан субсидиялар иҫәбенә финансланған 54 коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманан тора. Йыл һайын уларҙың хеҙмәттәрен өйҙә 30 меңгә яҡын кеше ала. – “Өлкән быуын” федераль проекты ярҙамында 2023 йылдан республикала пилот режимында оҙайлы тәрбиә биреү технологияларын индерәбеҙ. Проект башланыу менән уға 34 муниципалитетта эшләгән һәм 900-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән 28 дәүләткә ҡарамаған ойошма ҡушылды, – тип өҫтәне Ольга Кабанова. Шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүселәр иҫәбендә 100-ҙән ашыу шәхси реабилитация һәм медицина үҙәге, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шифаханалар бар. Улар инвалидтарҙы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында адреслы бирелгән социаль сертификаттар буйынса реабилитациялай. Бынан тыш, республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре сиктәрендә асылған биш шәхси пансионат эшләй. – Сентябрҙә Кушнаренко районында 70 урынлыҡ алтынсы пансионат эшләй башлаясаҡбыҙ. Күгәрсен районында 55 урынлыҡ учреждение проекты әҙерләнә, – тип билдәләне министр. Дәүләт-шәхси парнерлыҡты үҫтереү буйынса ведомство пландарында – Өфөлә ҡунаҡхана һәм спорт комплексы менән реабилитация үҙәген төҙөүгә булышлыҡ итеү. Был башланғысты республиканың Инвестиция комитеты хупланы. Учреждение эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға йүнәлтеләсәк. Шәхси инвестицияларҙың дөйөм күләме – ике миллиард һумдан ашыу. Объектты 2029 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар. Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа стационар социаль ярҙам күрһәтеү сифатына контролде көсәйтергә ҡушты. – Коллегаларығыҙ менән пансионаттарға йөрөгөҙ, унда нимә булғанын ҡарағыҙ. Шулай уҡ һеҙҙән яңы ҡарарҙар көтәм – республикаға тағы ла ошондай 10-15 учреждение кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡалаһы хакимиәтенән Сипайловола реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһен контролдә тотоуҙы һорайым. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған 176 ойошма халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһында хеҙмәт күрһәтә. Улар инвалидтарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм инвалид балалары булған ғаиләләрҙе адреслы ярҙам менән тәьмин итә. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова хәбәр итте. Дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү секторы республика бюджетынан субсидиялар иҫәбенә финансланған 54 коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманан тора. Йыл һайын уларҙың хеҙмәттәрен өйҙә 30 меңгә яҡын кеше ала. – “Өлкән быуын” федераль проекты ярҙамында 2023 йылдан республикала пилот режимында оҙайлы тәрбиә биреү технологияларын индерәбеҙ. Проект башланыу менән уға 34 муниципалитетта эшләгән һәм 900-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән 28 дәүләткә ҡарамаған ойошма ҡушылды, – тип өҫтәне Ольга Кабанова. Шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүселәр иҫәбендә 100-ҙән ашыу шәхси реабилитация һәм медицина үҙәге, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шифаханалар бар. Улар инвалидтарҙы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында адреслы бирелгән социаль сертификаттар буйынса реабилитациялай. Бынан тыш, республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре сиктәрендә асылған биш шәхси пансионат эшләй. – Сентябрҙә Кушнаренко районында 70 урынлыҡ алтынсы пансионат эшләй башлаясаҡбыҙ. Күгәрсен районында 55 урынлыҡ учреждение проекты әҙерләнә, – тип билдәләне министр. Дәүләт-шәхси парнерлыҡты үҫтереү буйынса ведомство пландарында – Өфөлә ҡунаҡхана һәм спорт комплексы менән реабилитация үҙәген төҙөүгә булышлыҡ итеү. Был башланғысты республиканың Инвестиция комитеты хупланы. Учреждение эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға йүнәлтеләсәк. Шәхси инвестицияларҙың дөйөм күләме – ике миллиард һумдан ашыу. Объектты 2029 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар. Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа стационар социаль ярҙам күрһәтеү сифатына контролде көсәйтергә ҡушты. – Коллегаларығыҙ менән пансионаттарға йөрөгөҙ, унда нимә булғанын ҡарағыҙ. Шулай уҡ һеҙҙән яңы ҡарарҙар көтәм – республикаға тағы ла ошондай 10-15 учреждение кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡалаһы хакимиәтенән Сипайловола реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһен контролдә тотоуҙы һорайым. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Башҡортостанда халыҡҡа социаль хеҙмәттәрҙе дәүләткә ҡарамаған 176 ойошма күрһәтә. 

Иғтибар артырға тейешИғтибар артырға тейеш
Иғтибар артырға тейеш

Башҡортостанда дәүләткә ҡарамаған 176 ойошма халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһында хеҙмәт күрһәтә. Улар инвалидтарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм инвалид балалары булған ғаиләләрҙе адреслы ярҙам менән тәьмин итә. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова хәбәр итте.

Дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү секторы республика бюджетынан субсидиялар иҫәбенә финансланған 54 коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманан тора. Йыл һайын уларҙың хеҙмәттәрен өйҙә 30 меңгә яҡын кеше ала.

– “Өлкән быуын” федераль проекты ярҙамында 2023 йылдан республикала пилот режимында оҙайлы тәрбиә биреү технологияларын индерәбеҙ. Проект башланыу менән уға 34 муниципалитетта эшләгән һәм 900-ҙән ашыу кешегә ярҙам иткән 28 дәүләткә ҡарамаған ойошма ҡушылды, – тип өҫтәне Ольга Кабанова.

Шулай уҡ дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеүселәр иҫәбендә 100-ҙән ашыу шәхси реабилитация һәм медицина үҙәге, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шифаханалар бар. Улар инвалидтарҙы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында адреслы бирелгән социаль сертификаттар буйынса реабилитациялай.

Бынан тыш, республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре сиктәрендә асылған биш шәхси пансионат эшләй.

– Сентябрҙә Кушнаренко районында 70 урынлыҡ алтынсы пансионат эшләй башлаясаҡбыҙ. Күгәрсен районында 55 урынлыҡ учреждение проекты әҙерләнә, – тип билдәләне министр.

Дәүләт-шәхси парнерлыҡты үҫтереү буйынса ведомство пландарында – Өфөлә ҡунаҡхана һәм спорт комплексы менән реабилитация үҙәген төҙөүгә булышлыҡ итеү. Был башланғысты республиканың Инвестиция комитеты хупланы. Учреждение эшкә яраҡлы йәштәге инвалидтарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға йүнәлтеләсәк. Шәхси инвестицияларҙың дөйөм күләме – ике миллиард һумдан ашыу. Объектты 2029 йылда төҙөп бөтөргә планлаштыралар.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа стационар социаль ярҙам күрһәтеү сифатына контролде көсәйтергә ҡушты.

– Коллегаларығыҙ менән пансионаттарға йөрөгөҙ, унда нимә булғанын ҡарағыҙ. Шулай уҡ һеҙҙән яңы ҡарарҙар көтәм – республикаға тағы ла ошондай 10-15 учреждение кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡалаһы хакимиәтенән Сипайловола реабилитация үҙәге төҙөү мәсьәләһен контролдә тотоуҙы һорайым.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Иғтибар артырға тейеш
Иғтибар артырға тейеш
Автор:
Читайте нас