Дим буйҙары
+15 °С
Облачно

Тирә-яҡ матурайып ҡалды

Егеттәр Ҡасҡын ауылы мәҙәниәт йорто тирәһендәге үләндәрҙе сапты

Тирә-яҡ матурайып ҡалдыТирә-яҡ матурайып ҡалды
Тирә-яҡ матурайып ҡалды

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы биләмәһендә йәшәүсе йәштәр үҙ миҫалында тыуған төйәгенә булған һөйөүҙе һәм хәстәрлекте һүҙҙәр менән түгел, ә реаль эштәр менән иҫбатлай. Ауылдаштарына ярҙам итеүҙән тыш, улар күрше ауылда ла ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә урындағы Хафизов Илшат менән бергә егеттәр Ҡасҡын ауылы тирәһендәге биләмәне тәртипкә килтерҙе.

 Тирә-яҡҡа яңғырап т орған триммерҙар тауышы, яңы ҡырҡылған үлән еҫе һәм тәртипкә килтерелгән ер — бер нисә сәғәтлек эш һөҙөмтәһендә тир-яҡ танымаҫлыҡ итеп үҙгәрҙе. Егеттәр, күп кенә йәштәштәре кеүек, быны эшләмәҫ өсөн меңәрләгән сәбәп таба алыр ине. Уҡыу, шәхси эштәр, яғыулыҡ булмау, ябай арығанлыҡ йәки телефонда ултырырға теләү. Әммә тәрбиә үҙенекен итә. Уларҙың һәр береһенең иңендә ғаиләләр тора, унда башҡаларға ярҙам итеү шәхси мәнфәғәттәрҙән һәм бер минутлыҡ уңайлылыҡтан өҫтөн ҡуйыла.

Бындай йәштәр булғанда, тыуған илебеҙҙең киләсәгенә ышаныс ҙур, ауылдарыбыҙ сүп ояһына әйләнмәйәсәк. Шулай уҡ донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә «башҡа берәү» һәм «унан һуң ҡайҙалыр»тейеш тип иҫәпләгәндәр өсөн яҡшы миҫал. Ни тиһәң дә, барыһы ла бынан, үҙ йортоңдоң тупһаһы янынан башлана. Егеттәрҙең ҡылған изге эштәре үҙҙәренә мең тапҡыр әйләнеп ҡайтһын!

Сығанаҡ: https://vk.ru/public204067658

Тирә-яҡ матурайып ҡалды
Тирә-яҡ матурайып ҡалды
Автор:
Читайте нас