Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Файҙалы эштәр йылы
22 Августа , 02:42

Ҡандракүл ярҙары таҙара

Серафимовка махсуслаштырылған уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы уҡыусылары  педагогтар һәм тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре менән бергә 500 метрҙан ашыу яр линияһын сүп-сарҙан таҙартты.

Ҡандракүл ярҙары таҙараҠандракүл ярҙары таҙара
Ҡандракүл ярҙары таҙара

“Рәсәй һыуы” экологик акцияһы Туймазы районында үтте. Сара, “Экологик именлек” милли проектына ярашлы, Ҡандракүл ярҙарын таҙартыуға арналды.  

Акцияла Серафимовка махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы уҡыусылары ҡатнашты. Балалар педагогтар һәм тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре менән бергә 500 метрҙан ашыу яр линияһын сүп-сарҙан таҙартты.  Һөҙөмтәлә һигеҙ тоҡ пластик шешәләр һәм башҡа ҡалдыҡтар менән тулды.

“Беҙҙең балалар өсөн бындай сара хеҙмәт терапияһы ғына түгел,  ә тәбиғәт һәм тыуған яҡҡа һөйөү дәресе. Улар үҙҙәренең эш һөҙөмтәһен күрә, таҙа һыу ҡәҙерен аңлай һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәткә өйрәнә. Беҙ республикабыҙҙың үҙенсәлекле тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға өлөш индереүебеҙ менән ғорурланабыҙ”, – тине махсуслаштырылған мәктәп директоры Рәшит Аҙнағолов.

“Экология именлеге” милли проекты сүп-сар өйөмдәрен артабан да үтилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу  һәм экология министрлығы. 

Ҡандракүл ярҙары таҙара
Ҡандракүл ярҙары таҙара
Автор:
Читайте нас