Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
22 Августа , 02:37

Яңы уҡыу йылына әҙер!

Район хакимиәте башлығының «Дөйөм белем мәктәптәрен hәм мәктәпкәсә балалар учреждениеларын — балалар баҡсаларын hәм Балалар ижад үҙәген яңы 2026- 2027 уҡыу йылына ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса» күрһәтмәһе нигеҙендә Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбе иң яҡшыһы тип танылды

Яңы уҡыу йылына әҙер!Яңы уҡыу йылына әҙер!
Яңы уҡыу йылына әҙер!

2024 йылда Уҫаҡ-Кисеү урта мәктәбенең ике ҡатлы бинаһы капиталь ремонтланған hәм заманса уҡытыу йыhаздары hәм инвентарь менән йыhазландырылған. Бында яҡты уҡыу кабинеттары, спорт залы, уҡыу оҫтаханаһы, йылы бәҙрәфтәр hәм санузелдар, шулай уҡ мәктәп ашханаһы бар. Педагогик коллектив hәм техник персонал мәктәп уҡыусылары менән мәғариф учреждениеһының барлыҡ биналарын, баҫҡыс майҙансыҡтары hәм коридорҙарын даими таҙа һәм тәртиптә тота, мәктәп именлеген тәьмин итә. 2026 йылда 2,5 гектар майҙандағы мәктәп территорияһын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды: февралдән сәскә һәм йәшелсә үҫентеләре һәм  матур сәскәләр утыртылды, бер нисә тапҡыр газон сабылды, мәктәп яны тәжрибә участогы еләк-емеш культуралары менән яңыртылды hәм ҙур паркка нигеҙ һалынды.

Яңы уҡыу йылы башына Уҫаҡ-Кисеү ауылындағы мәғариф учреждениеһында педагогик кадрҙар йoз процент тәшкил итә, унда уҡытыусыларҙың күбеһе юғары категорияға эйә. Уҡытыу процессын стимуллаштырып, уҡытыусыларҙың һәр дәрескә ижади ҡараш менән әҙерләнеүен контролдә тотоп, оҙаҡ йылдар педагогик коллектив менән тәжрибәле мәктәп директоры Әнүзә Камил ҡыҙы Лотфуллина етәкселек итә. 9 hәм 11 класс уҡыусыларының быйылғы йомғаҡлау имтихандарын тапшырыу һөҙөмтәләре лә һөйөндөрә.

2026 — 2027 уҡыу йылында Бишбүләк районы мәғариф ойошмаларында 1905 бала белем аласаҡ, ә педагогик составта 308 белгес иҫәпләнә. Райондың мәғариф системаһында барлығы 12 мәктәп,алты балалар баҡсаһы бар. Иң күп балалар һаны Бишбүләк 1-се урта мәктә               бендә — 444 уҡыусы.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Яңы уҡыу йылына әҙер!
Яңы уҡыу йылына әҙер!
Автор:
Читайте нас