Дим буйҙары
+10 °С
Ясно
Файҙалы эштәр йылы
27 Августа , 12:57

Яугир-ветеран эш асҡан

Михайловка ауылында йәшәүсе МХО ветераны, биш бала атаһы Александр Стасенко ҙур пландар менән йәшәй

Яугир-ветеран эш асҡанЯугир-ветеран эш асҡан
Яугир-ветеран эш асҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин МХО ветерандарына hәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙе төп дәүләт бурысы,  тип атаны. Иғтибар үҙәгендә эшкә урынлашыу, яңынан hөнәри әҙерлек, медицина hәм социаль тернәкләндереү мәсьәләләре тора. Шулай уҡ федераль hәм региональ дәрәжәлә ярҙамдың база сараларын күрһәтеү. Адреслы ярҙамды координациялау менән профилле ведомстволар hәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды шөғөлләнә, унда ветерандар барлыҡ мәсьәләләр буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алалар. МХО ветерандары hәм уларҙың ғаилә ағзалары социаль контракт (АСПК) нигеҙендә адреслы социаль ярҙам ала алалар.

Шәхси эшкуарлыҡ эшмәкәрлеген асыуға йәиһә үҫтереүгә 350 000 һумға ҡәҙәр аҡса бирелә. Төп шарт — үҙ эшеңде башлап ебeреү һәм ғаилә керемен яҡшыртыу өсөн аҡсаны маҡсатсан файҙаланыу. Бишбүләк районының Михайловка ауылында йәшәүсе МХО ветераны, биш бала атаһы Александр Владимирович Стасенко шундай мөмкинлектән файҙалана алған. Ул ауылда ҡаҙылыҡ цехы асҡан, ул әлегә үҙ  участогында урынлашҡан. Ишек алдынан үк күренеп тора, бында эш һөйөүсән, тырыш кешеләр йәшәй, улар тәртипте hәм уңайлылыҡты ҡәҙерләй белә. Балаларҙың яңғырауыҡлы тауыштары өйҙә үҙенә күрә бер төрлө шатлык hәм бәхет, йылылыҡ hәм гармония атмосфераһы тыуҙыра, ә аш-һыу бүлмәһенән ҡатыны Анна үҙенең ҙур һәм ғаиләһе өсөн әҙерләгән тәмле ризыҡ еҫе килә.

Ғаилә башлығы Александр Yзбәкстанда Ташкент ҡалаһында  1986 йылдың  21 майында тыуған. Сәйәси курс алмашыныу ваҡытында 1993 йылда ғаилә Рәсәйгә Тула өлкәһенә күсенә. Унда ул урта белем ала. Әммә, 9-cы класта уҡығанда, ата-әсәһе айырылыша. Егет әсәһе менән Башҡортостанға, әсәһенең тыуған ауылы Михайловкаға күсенә. Барлыҡ туғандары hәм яҡындары ҙур иғтибар hәм ярҙам күрһәтә. Александр Бишбүләк учищелеһында автослесар һөнәре ала, артабан Бәләбәй  машиналар төҙөлөшө  техникумында уҡый. Буласаҡ ҡатыны Анна менәнн шунда таныша. Хәҙерге ваҡытта әсәһе Бәләбәйҙә йәшәй, ә йәш ғаилә ошо йортта ҡалып, үҙ эштәрен аса. Өс ҡыҙ, ике малай ата-әсәһенә һәм өләсәйҙәре өсөн шатлыҡ булып үҫә.

— Армиянан һуң бик оҙаҡ ваҡыт эш таба алманым. Yзбәкстандан ҡайтҡас, гражданлыҡ алыу менән проблемалар булды, паспорт ала алманым, ваҡытлыса автосервиста эшләнем. Ғаилә ҡорҙом, йәшәнек, көнкүреште яйға һалдыҡ, эшләнек hәм балаларыбыҙ тыуыуына шатландыҡ. Махсус хәрби операция башланғас, унда барыу уйы  тыуҙы. Минән олораҡтар китте, мин дә был аҙымға барырға ҡарар иттем һәм 2023 йылдың ғинуарында киттем. Контрактты «Барс 14» ирекле отряды менән төҙөнөм, — тип һөйләй Александр Стасенко.

Беҙҙең ветеран йыл ярым һуғыша. Алғы һыҙыҡта була, дошмандың иң яҡын позицияһына 100 — 150 метр ҡала. Хәрби бурыстарын үтәп, даими көсөргәнеш  шарттарында хеҙмәт итә. Пилотһыҙ осҡостар даими хәүеф тыуҙыра, шуға күрә хәрәкәт hәм маскировка даими һаҡлыҡ талап итә. Кесе ҡыҙы тыуыр алдынан контрактты өҙөп, өйөнә ҡайта.

 — МХО-ла булғанда, ҡайтҡас үҙ эшемде асырмын, тип гел уйлай инем. Ғаиләм бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәүен теләнем. Һәм бына бер йүнәлеш таптым — ҡаҙылыҡ цехы астым. Технологияны өйрәнә, йыhаз һатып ала, бина әҙерләй башланым. Бишбүләк районының «Ватанды һаҡлаусылар» фонды миңә ярҙам итте: кәрәкле кешеләр, социаль проекттар менән таныштырҙылар. Мин үҙемә hәм ғаиләмә ҡарата ихтирамлы, йылы мөнәсәбәткә ғәжәпләндем, — тип рәхмәт белдерә ветеран.

Хәҙер Александр Владимирович әкренләп үҙенең роизводствоһын киңәйтә. Уның үҫеше барышында барлыҡҡа килә торған проблемалар ҙа бар. МХО ветераны ауыл hәм район администрацияһы ярҙамынан һәр саҡ  файҙаланыр, тип өмөтләнәбеҙ. Уның продукцияһы ауылдаштарына бик кәрәк бит. Ҙур цех файҙаланыуға тапшырылғас, райодың яҡын-тирәләге тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙә тәмле, файҙалы, сифатлы, экологик таҙа продукция һатып ала аласаҡ.

— Хәҙер йәшәүемдең төп маҡсаты — ҡатыным менән балаларымды тәрбиәләргә. Yҙемдең эшемде үҫтерергә һәм  киңәйтергә ниәтләйем. Бер нисә йыл кешеләр эшләһен, бер нисә тонна яҡшы продукция етештерелһен ине, — тип тамамланы әңгәмәне Александр.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды Рәсәй Федерацияһы МХО ветерандарына hәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы hөнәр алырға hәм агросәнәғәт комплексында үҙ эштәрен асырға ярҙам итә. Бындай мөмкинлек «Фермер мәктәбе» бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ғәмәлгә  ашырыла. Күптән түгел уҡытыуҙың 13-сө тулҡыны башланған. Унда 1189 тыңлаусы ҡатнашҡан, улар араһында — 330 МХО ветераны hәм уларҙың ғаилә ағзалары илдең 38 регионынан. Дәрестәр 35 уҡыу йорто базаһында уҙған. Яңы ағым көҙҙән башланған. Проект яҡлаусыларға ауыл хужалығында бизнес асыу өсөн ғәмәли белем hәм күнекмәләр биргән. Уҡыуҙар агросәнәғәт комплексының (АПК) кәрәкле 30 йүнәлеше буйынса алып барылған. Программа тамамланғандан һуң, сығарылыш уҡыусылары шәхси эш аса һәм Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының грант ярҙамын ала алған. «Ватанды һаҡаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина МХО ветерандары hәм уларҙың «АПКла үҙ эшеңде башла» ғаилә ағзалары менән осрашыуында ветерандарға уҡырға hәм үҙ эштәрен асырға мөмкинлек бирә торған проекттар тураһында һөйләне.

— «Ватанды һаҡлаусылар» фондының бурысы — МХО ветерандарына тыныс тормошҡа яраҡлашырға, шул иҫәптән эшкә урынлашыуға һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам итеү аша һәм махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.  Һөҙөмтәле инструменттарҙың береһе — старт капиталы бирә торған социаль контракт. МХО барышында сыныҡтырылған дисциплина hәм яуаплылыҡ бизнесты уңышлы алып барыу өсөн ышаныслы нигеҙ булыр, тип ышанабыҙ, — тине Гөлнур Ҡолһарина.

Әлеге проект менән ҡыҙыҡһыныусылар барлыҡ һорауҙар менән Бишбүләк районы «Ватанды һаҡлаусылар» фондынының социаль координаторҙарына мөрәжәғәт итә ала.

 Зoлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.

Яугир-ветеран эш асҡан
Яугир-ветеран эш асҡан
Автор:
Читайте нас