Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Апрель 2022, 01:05

Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан...

Рәсәйҙә льготалы ипотека биреү параметрҙары киңәйтелә.  

Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан...
Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан...

2022 йылдың ике айында Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү 1,4 тапҡырға артҡан. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” төбәк проекты сиктәрендә 595,5 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылған. Март башына республикала күп фатирлы йорттар төҙөүгә 297 ғәмәлдәге рөхсәт ҡағыҙы иҫәпләнә. Тимәк, яңы йорттар тағы буласаҡ.

Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы һаҡлана һәм лимиттар арта. Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, ил Хөкүмәте торлаҡ һатып алыу һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бөтә сараларҙы күрә.

Мәҫәлән, 2022 йылдың 1 апреленән льготалы программа сиктәрендә баш ҡала төбәктәрендә (Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе) – 12 миллион һәм башҡа төбәктәрҙә алты миллион һумға тиклем ипотека алырға мөмкин.

Ғаилә ипотекаһы шарттары һаҡлана – уны алты процент менән алырға мөмкин, ауыл ипотекаһында – өс процент, ә Алыҫ Көнсығышта – ике процент. Ә әсәлек капиталын йыл башында индексациялау рәсәйҙәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн мөмкинлектәрен киңәйтә.

“Был торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләгән граждандарыбыҙға ла, төҙөлөш бизнесына ла ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Хәҙер ул тиҙ үҫешә, ошондай векторҙы һаҡлап ҡалыу мөһим”, – тип аңлатма бирҙе ҡабул ителгән сараларға Премьер-министр Михаил Мишустин.

Рәсәй Хөкүмәте торлаҡҡа һәм төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыуын туҡтатыу өсөн саралар күрә, заемсыларға кредит биргән банктарға субсидиялар иҫәбенә төҙөлөштө стимуллаштыра.

Фото: utv.ru

Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан...
Ауыр иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан...
Автор:
Читайте нас: