Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Апрель 2022, 09:21

Ғаилә фермаларына ярҙам итәләр

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы ғаилә хужалыҡтарын үҫтереүгә гранттар конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә

Ғаилә фермаларына ярҙам итәләр
Ғаилә фермаларына ярҙам итәләр

Быйыл был өлкәлә грант ярҙамына 230,2 миллион һум аҡса бүленәсәк.

- Беҙ ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнергә теләгән хужалыҡтарға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Тап ошондай башланғыс менән ауыл эшҡыуарҙарына ярҙам итеү өсөн "Ғаилә фермаһы" грант программаһы тормошҡа ашырыла. Конкурс еңеүселәре үҙ пландарын уңышлы тормошҡа ашыра һәм был республикала аҙыҡ-түлек етештереү үҫешенә булышлыҡ итә, - ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Ғаилә хужалығын үҫтереүгә бирелгән грант крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына һәм айырым эшҡыуарҙарға — 30 миллион һум тәшкил итә, йәки проекттың дөйөм хаҡының 60 процентын тәьмин итә.

Ғаризалар 12 апрелдән 25 апрелгә тиклем Өфө, Пушкин урамы, 106-сы йорт адресы буйынса, ял көндәренән тыш 9.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 218-05-64; 8 (347) 218-05-26.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://agriculture.bashkortostan.ru/documents/active/409720/

Һүрәттә: Асҡын районынан Ғилемшиндар ғаиләһе. Улар һөт эшкәртеү заводына грант алып, ике йыл эсендә эшкәртеүҙе яйға һалып, бик уңышлы эшләп киләләр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

https://bashgazet.ru

Ғаилә фермаларына ярҙам итәләр
Ғаилә фермаларына ярҙам итәләр
Автор:
Читайте нас: