Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Апрель 2022, 10:10

Торлаҡ төҙөлөшө артҡан

Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк.

Торлаҡ төҙөлөшө артҡан
Торлаҡ төҙөлөшө артҡан

Ағымдағы йылдың ғинуар - мартында республикала 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 20 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса статистика идаралығы.

Төҙөлгән торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.

"Беҙҙең республика үҙ позицияларын һаҡлап ҡына ҡалмай, ә торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы даими арттыра бара. Инфраструктура ла үҫешә: инженер селтәрҙәре, социаль объекттар төҙөлә. Граждандарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн барыһы ла эшләнә", - тип билдәләй төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Шәхси төҙөлөшкә дөйөм төҙөлгән торлаҡ күләменең 54,2 проценты тура килә, был – 451,5 мең квадрат метр. Төҙөүселәр дөйөм күләмдең 45,8 процентын йәки 382 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән.

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") "Торлаҡ" төбәк проектына ярашлы алып барыла. Милли проект уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота.

Фото: rbk.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Торлаҡ төҙөлөшө артҡан
Торлаҡ төҙөлөшө артҡан
Автор:
Читайте нас: