Дим буйҙары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Апрель 2022, 13:48

Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр арттырыла

Профсоюздар тағы ла медицина булмаған персоналға эш хаҡын арттырыуҙы талап итә.

Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр арттырыла
Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр арттырыла

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзында ашығыс хеҙмәт табиптарының эш хаҡын арттырыу буйынса кампанияның аҙағына яҡынлашыуын хәбәр итә. 

Бөгөн күп кенә медицина округында өҫтәмә түләү күләме арттырылған. Мәҫәлән, Сибай һәм Күмертау медицина округтарында төнгө эш өсөн алдан билдәләнгән түләүҙән 100 процентҡа артығыраҡ түләнә башлай. Дыуан, Октябрьский һәм Нефтекама медицина округында гарантияланған өҫтәмә түләүҙән 80 процентҡа артығыраҡ буласаҡ. Бынан тыш, тулы булмаған бригадала эшләгән өсөн льгота һәм гарантиялар ҡаралған. Шулай уҡ Республика ашығыс ярҙам станцияһында, Стәрлетамаҡ һәм Бөрө үҙәк район дауаханаларында төнгө эш өсөн окладҡа 100 процент күләмдә өҫтәп түләнә башлаған. Был медицина ойошмаларында социаль льгота иң юғарыларының береһе.

Яҡын көндәрҙә Үҙәк һәм Стәрлетамаҡ медицина округтарында коллектив килешеүгә үҙгәреш индереләсәк – тиҙҙән улар берләштереләсәк. Шулай уҡ профсоюздар ашығыс хеҙмәттең материаль-техник базаһын яңыртыуҙы, медицина булмаған персонал өсөн эш хаҡын арттырыуҙы талап итә. Рәйес Рәүил Хәлфин һүҙҙәренсә, был мәсьәлә Хөкүмәт кимәлендә хәл ителергә тейеш.

https://ye102.ru

Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр арттырыла
Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәр арттырыла
Автор:
Читайте нас: