70-те үткәндәргә
70 йәше тулған пенсионерҙар өсөн федераль кимәлдә махсус льготалар ҡаралмаған. Улар төбәк ҡануниәте менән генә билдәләнә ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге төп льгота – ул капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә 50 процент ташлама. Ул яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға бирелә. Шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә кәмендә 50 процент күләмендә компенсация гарантиялана. Рәсәй төбәктәре үҙҙәре лә компенсация төрҙәрен билдәләй ала.
Транспорт өлкәһендә 70-те үткән өлкәндәр ил субъекты ҡануниәте менән ҡаралған льготаларҙан файҙалана ала. Ундайҙарға бөтә төр ҡала транспортында (маршрут һәм ғәҙәти таксиҙарҙан тыш), ҡала яны электричкаларында һәм автобустарында бушлай, социаль таксиҙа льготалы йөрөү инә.
Социаль тәьминәт
70 йәштән өлкәндәр ҡайһы саҡта үҙаллы хәрәкәт итә, үҙ-үҙен ҡарай алмай, шуға күрә дәүләт социаль тәьминәт сараларын гарантиялай. Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек күреүгә социаль хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителә. Пенсионерҙың уны ҡарарға тейешле туғандары булһа, социаль тәьминәт пенсия иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
80-де үткәндәргә
Был төркөмгә ингән кешеләргә түбәндәгеләр гарантиялана:
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә:
https://bashgazet.ru