Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
31 Август 2022, 13:48

Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында яңы көнкүреш химияһы производствоһы асылды

Бөгөн Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында көнкүреш химияһы производствоһы сафҡа индерелде. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында яңы көнкүреш химияһы производствоһы асылды
Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында яңы көнкүреш химияһы производствоһы асылды

«Фабрик Косметик» компанияһы 2015 йылдың авгусынан алып эшләй. 2019 йылда предприятие сәс өсөн шыйыҡ шампундәр һәм бальзамдар, йыуыныу өсөн гелдәр, шыйыҡ һабын һәм башҡа продукция етештерә башлаған. Компанияның продукцияһы Рәсәйҙең 91 ҡалаһында һәм донъяның өс илендә һатыла.

«Яңы производствоның асылыуы – һәр ваҡыт ҡыуаныслы ваҡиға, сөнки был – яңы эш урындары, бюджетҡа һалымдар. Әлеге эш бәләкәй генә предприятиенан башланған, хәҙер иһә был республикала косметика сығарған ҙур компания. Компания продукцияны етештергәндә илебеҙ сеймалын, Стәрлетамаҡ содаһын һәм Илек тоҙон файҙалана. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, предприятиеға уңыштар, яҡшы эш хаҡы һәм уңышлы һатыу теләйем, ә беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе предприятиеның етештереү цехтарын ҡараны, продукция менән танышты.

2020 йылда коронавирус пандемияһы осоронда компания етештереү ҡеүәттәренең күпселек өлөшөн бактерияға ҡаршы һәм антисептик продукция сығарыуға йүнәлткән. Шул рәүешле республиканың үҙендә дезинфекция продукцияһын етештереү күләмен арттырырға ярҙам иткән. Ошо маҡсатҡа Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 20 миллион һум займ алынған.

«Фабрик косметик» директоры Юлия Волошановская һүҙҙәренсә, 2022 йылдың икенсе кварталы аҙағында компанияла 57 профессиональ һәм юғары квалификациялы хеҙмәткәр иҫәпләнгән. Быйыл компанияның табышы – 116 миллион, ә саф табыш 22 миллион һум тәшкил иткән.

«Республика башлығының яңы производствоны асыуҙа ҡатнашыуы – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә», – ти Юлия Волошановская. 

Быйыл «Фабрик Косметик» бюджет линияһы йүнәлешен әүҙем үҫтерә.

Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Юлия менән Владиславтың ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә.

https://www.bashinform.ru

Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында яңы көнкүреш химияһы производствоһы асылды
Өфөлә «Фабрик косметик» предприятиеһында яңы көнкүреш химияһы производствоһы асылды
Автор:
Читайте нас: