Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Сентябрь 2022, 10:18

Башҡортостанда 4 миллион тонна иген йыйып алынған

Гектар ҡеүәте - уртаса 29 центнер.  

Башҡортостанда 4 миллион тонна иген йыйып алынған
Башҡортостанда 4 миллион тонна иген йыйып алынған

Әлегә баҫыуҙарҙың 80 процентының уңышы йыйылған. Стәрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Ауырғазы райондарында эштәр айырыуса ырамлы бара. Баҫыу эшсәндәренә уҙа барһа аҙна-ун көнлөк эш ҡалған, тик ямғырҙар урып-йыйыуға ҡамасаулай.

Аграрийҙар әйтеүенсә, улар өсөн уңыш әҙ булһа ла, үтә мул булһа ла бик шәп түгел. Әле игенгә хаҡтар ныҡ төштө, шуға күрә хужалыҡтарға сәсеүгә, урып-йыйыуға киткән сығымдарҙы ҡаплатыуы еңел булмаясаҡ. Әгәр былтыр бойҙайҙың килограмы 18-20 һум торһа, хәҙер ул икеләтә осһоҙораҡ. Икенсе яҡтан, хаҡтар осһоҙ булғас, халыҡҡа иген, ҡатнаш аҙыҡ һатып алыуы еңелләшә.

Быйыл 5 миллион тонна иген йыйып алырға мөмкин, ти белгестәр. Башҡортостан өсөн тарихи рекорд 1986 йылда була, ул саҡта барлығы 5 миллион 943 мең тонна ашлыҡ бураларға һалына.

Башинформ. 

Башҡортостанда 4 миллион тонна иген йыйып алынған
Башҡортостанда 4 миллион тонна иген йыйып алынған
Автор:
Читайте нас: