Рәсәйҙә эшләгән пенсионерҙарға страховка пенсияларын индексациялау 2016 йылда туҡтатылды һәм 2025 йылдан президент Владимир путин инициативаһы буйынса тергеҙелде.
Быйыл түләүҙәр күләме инфляция коэффициентын иҫәпкә алып яңынан иҫәпләнде. Өҫтәүенә индексация пенсияның ағымдағы күләменә түгел, ә пенсионер эшләмәгән осраҡта алырға мөмкин булған суммаға ҡарата ҡулланылды.
Әммә, тулыһынса индексацияланған сумманы, элекке кеүек, эштән бушатылғандан һуң ғына алырға мөмкин. Шулай итеп, хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатҡан пенсионерҙарға 2016 йылдан 2024 йылға тиклем тотолған аҡсаны пенсия менән бергә түләйҙәр.
Башинформ.