

Бөгөндән балаларға һәм ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға берҙәм пособие тәғәйенләү ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Яңылыҡтар ике мөһим мәлгә: эшкә яраҡһыҙ туғандарҙы ҡарауға һәм ғариза биргәндә йәшәү урынын раҫлауға ҡағыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Социаль фондынан.
Хәҙер яҡын туғандарҙы ҡарау ғына иҫәпкә алына
Хәҙер өлкән йәки инвалид кешене ҡарау осоро яҡын туғанды ҡараған осраҡта ғына килем булмауҙың етди сәбәбе тип һанала. Уларға балалар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, ағай-энеләр, апай-һеңлеләр, ейән-ейәнсәрҙәр һәм тормош иптәштәре ҡарай.
Элек был ҡағиҙә туғанлыҡты раҫлауҙы талап итмәй ине. Хәҙер Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә ғариза биргәндә туғанлыҡ бәйләнешен раҫлаусы документтар: тыуыу тураһында таныҡлыҡ, никах тураһында таныҡлыҡ йәки башҡа ҡағыҙҙар килтерергә кәрәк.
Ҡарауҙы «нуль килем» өсөн объектив сәбәп тип иҫәпләһендәр өсөн, ул Социаль фондта рәсмиләштерелергә һәм түләү осоронда кәмендә 10 ай дауам итергә тейеш. Әгәр аҙыраҡ икән, ҡарау пропорциональ иҫәпләнә.
Йәшәү урынын һәр ваҡыт тикшерәләр
Икенсе үҙгәреш тороу йәки фактик йәшәү урыны буйынса пособиеға ғариза яҙыусыларға ҡағыла. Бығаса тикшереү ғариза бирелгән төбәктә йәшәү минимумы пособие тәғәйенләнгән урынға ҡарағанда юғарыраҡ булған осраҡта ғына үткәрелә ине. Хәҙер тикшереү мотлаҡ булырға тейеш.
Рәсәйҙең Социаль фонды ғариза биреүсенең ҡайҙа эшләүен, пенсия, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация йәки эшһеҙлек буйынса пособие алыуын, социаль контракт төҙөүен йәки күп балалы ғаилә статусын рәсмиләштереүен тикшерә.
Әгәр автоматик рәүештә тикшереү төбәктә йәшәүҙе раҫламаһа, ғариза биреүсе Социаль фондҡа торлаҡты ҡуртымға алыу килешеүе йәки баланың балалар баҡсаһына, мәктәпкә йәки колледжға йөрөүе тураһында белешмә килтерергә бурыслы.
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы