Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Июль 2022, 00:02

«Йәштәр йыйыны-2022»на теркәлеү башланған

Форум быйыл Өфөлә 12-14 сентябрҙә уҙа. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның быйылғыһы киңерәк майҙан аласаҡ, Башҡортостан һәм Волга буйы йәштәрен берләштерәсәк.

«Йәштәр йыйыны-2022»на теркәлеү башланған
«Йәштәр йыйыны-2022»на теркәлеү башланған

Сараның төп үҙенсәлеге шунда: форумда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы үтәсәк. Унда һәр ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант отоу мөмкинлегенә эйә. Был конкурсҡа заявканы 2022 йылдың 12 авгусынан «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында бирергә була.
Ҡатнашырға теләгән һәр кем форумда эшләү өсөн дүрт майҙансыҡтың береһен һайлай ала:
– «Мәғәнә юлы» тип аталған фекер алышыу платформаһы — сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәштәр үҙидаралығы лидерҙары, әүҙем студенттар өсөн.
– «Фән юлы» белем биреү-инновация платформаһы – ғилми эшмәкәрҙәр, аспиранттар, IT-белгестәр, уйлап табыусылар, конструкторҙар өсөн.
– «Йөрәк юлы» мәҙәни-ижади платформа — музыканттар, йырсылар, бейеүселәр, актерҙар өсөн.
– «Батыр юлы» физкультура-спорт платформаһы — спортсылар һәм сәләмәт тормош алып барыусылар өсөн.
 https://forms.yandex.ru

«Йәштәр йыйыны-2022»на теркәлеү башланған
«Йәштәр йыйыны-2022»на теркәлеү башланған
Автор:
Читайте нас: