"Планета" сауҙа-күңел асыу комплексында үткән флешмобта баш ҡаланың төп коллективтары: Өфө "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле, Ҡала мәҙәниәт һарайы, Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге, Өфө балалар филармонияһы, "Моторҙар эшләүселәр" мәҙәниәт һарайы, Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге һәм "Башҡортостан" дәүләт концерт залы артистары ҡатнашты.
Каруанһарай алдындағы майҙанда флешмобта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсылары Иҙел Аралбаев, Айгиз Ғиззәтуллин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин ҡатнашты. Уларға Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле , М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡушылды.
Арт-квадрат майҙансығында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://dairagazite.ru