Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Февраль 2023, 14:21

“Театр. Ижад. Талант” фестивале финалистары билдәләнде

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Ғөбәйҙулла улы Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан Бишбүләктә  “Театр. Иҗад. Талант” төбәк-ара фестивале уҙғарыла. Ошо көндәрҙә фестивалдең йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар билдәләнде.

“Театр. Ижад. Талант” фестивале финалистары билдәләнде
“Театр. Ижад. Талант” фестивале финалистары билдәләнде

Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың 32 районынан һәм Рәсәйҙең өс субъектынан (Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе) 62 ғариза килгән. Һайлап алыу этабы сиктәрендә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрендә һәм төрлө жанрҙарҙа (драма, мелодрама, музыкаль комедия, трагикомедия, героик комедиялар) спектаклдәр тәҡдим ителгән.
Жюри эше йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 ижад коллективы билдәләнгән. Улар һуңғы II этапта - 27, 28 февралдә Бишбүләк районы Мәҙәниәт һарайында үҙ спектаклдәрен күрһәтәсәк. Һәм финалға сыҡҡан 10 спектакль “Театр. Ижад. Талант” фестиваленең “Иң яҡшы ауыл үҙешсән театры”, “Ауыл үҙешсән театрының иң яҡшы етәксеһе (режиссеры)”, “Иң яҡшы һәүәҫкәр актер” номинациялары буйынса көс һынашасаҡ. Шулай уҡ абсолют еңеүче - фестивалдең Гран-при эйәһе асыҡланасаҡ.

Был көндәрҙә ошондай ижади төркөмдәр сығыш яһаясаҡ:   

Ауырғазы районының татар халыҡ коллективы Ә.Атнабаевтың "Әсә хөкөмө" спектакле (етәксеһе Гөлгөнә Хәмитова), 

Баҡмаҡ районың "Һаҡмар" ауыл мәҙәниәт йорто (етәксеһе Азаат Ишъяров) Наил Ғәйетбайҙың "Аты барҙың - дәрте бар", 

Дыуан районың "Муза" күп функциялы мәҙәниәт йорто М.В.Шукшиндың "Бессовестные" (етәксеһе Русина Елена),  

Ҡырмыҫҡалы районының "Сатҡылар" халыҡ театры  Ә.Атнабаевтың "Игеҙәктәр" комедияһы (етәксеһе Хәлитова Нәркәс),

Тәтешле районы "Илһам" халыҡ театры  Р.Батулланың "Кисер, мине әсәй" трагикокомедияһы (етәксеһе Хәкимов Венер),

Өфө районы "Мираж" халыҡ театры А.Володиндың "Две стрелы" спектакле (етәксеһе Наталья Хелевина),  

Учалы районының "Ҡорама" халыҡ театры С.Шәкүрҙең "Тол ҡатындар, тол ҡыҙҙар" спектакле (етәксеһе Гөлшат Ишбулатова),

Бишбүләк районының "Тамаша" үҙешмәкәр театр коллективы М.Мөсифуллиндың "Апайҙарға ни булған?" спектакле (етәксеһе Рәзинә Әлмөхәмәтова),

Пермь крайы Барҙа районының халыҡ театры Х.Ибраһимовтың "Яңғыҙ ҡайын күҙе" мелодрамаһы (етәксеһе Эльмарт Мәүлетов),

Татарстандың Рыбно-Слободск районының халыҡ театры И.Мәхмүтованың "Мөхәббәт шишмәһе" мелодрамаһы (етәксеһе Илназ Шакиров), 

Краснокама районының "Замандаш" татар халыҡ театры Ә.Яхинаның "Салауат күпере ҡалҡҡанда" драмаһы (етәксеһе Редик Ғәниев),

Бишбүләк районының сыуаш халыҡ драма театры Л.Викторованың "Будем счастливы" драмаһы (етәксеһе Галина Алексеева)

 

Тамашасылар алдында сығыш яһаясаҡ барлыҡ коллективтарға ла уңыштар теләйбеҙ!

Тулырак мәғлүмәт менән фествалдең төркөмөндә: vk.com/teatr_tvorchestvo_talant танышырға мөмкин.

https://kiziltan.ru

 

“Театр. Ижад. Талант” фестивале финалистары билдәләнде
“Театр. Ижад. Талант” фестивале финалистары билдәләнде
Автор:
Читайте нас: