Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Апрель 2023, 13:56

«Ағиҙел» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Шул уңайҙан 100 хикәйәнән торған ике томлыҡ китап донъя күрҙе. 

«Ағиҙел» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
«Ағиҙел» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

«Ағиҙел» журналы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына 100 хикәйәнән торған ике томлыҡ китап сығарҙы. Был әҫәрҙәр баҫма биттәрендә төрлө йылдарҙа донъя күргән. Авторҙар араһында — Дауыт Юлтый, Кирәй Мәргән, Рәйес Низамов, Сәғит Агиш, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов, Зәйнәб Биишева, Талха Ғиниәтуллин һәм әҫәрҙәрендә дәүер сағылдырылған башҡа яҙыусылар.  

— Китап «Самрау» нәшриәтендә сыҡты. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы грантына 500 дана баҫыла. Бәлки, һуңғараҡ өҫтәмә тираж донъя күрер, — тип хәбәр иттеләр журналдан.

Ике томлыҡтың исем туйы Мәскәүҙә республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙҙы.

«Ағиҙел» журналының юбилей кисәһе 12 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Сарала әҙиптәр, эстрада йондоҙҙары һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнаша. Инеү ирекле.

https://www.bashinform.ru

«Ағиҙел» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
«Ағиҙел» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй
Автор:
Читайте нас: