Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Август 2023, 09:53

Санкт-Петербург халҡына башҡорт атының тарихы тураһында һөйләйәсәктәр

25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәрендә «Башҡорт аты тарихы» экспозицияһы һәм «Башҡорт аты» планшет күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Санкт-Петербург халҡына башҡорт атының тарихы тураһында һөйләйәсәктәр
Санкт-Петербург халҡына башҡорт атының тарихы тураһында һөйләйәсәктәр

«Башҡорт аты тарихы» күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы Милли музейы, Әбйәлил һәм Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары фондтарынан һәм йылҡысылыҡ оҫталарының шәхси коллекцияларынан уникаль экспонаттар тәҡдим ителәсәк.

Улар араһында Һирәк осрай торған экспонат — 1925 йылда Мәсәғүт кантоны Насибаш улусы (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) Ҡалмаҡлар ауылы аҡһаҡалдары тапшырған эйәр. Риүәйәт буйынса, ул республиканың милли геройы, шағир һәм сәсән Салауат Юлаевтыҡы булған.

«Башҡорт аты» планшет күргәҙмәһендә дүрт ат башы һүрәтләнгән. Ул башҡорт мифологияһындағы ат образы, башҡорт аттарының хәрби юлы, төбәктә ҡымыҙ эшләү тарихы хаҡында һөйләйәсәк.

«Башҡорт аты тарихы» һәм «Башҡорт аты» күргәҙмәләре Санкт-Петербургтың Дәүләт академия капеллаһында Мойка йылғаһы яры, 20-се йорт адресы буйынса эшләйәсәк.

сығанаҡ:«Республика Башкортостан» гәзите

Санкт-Петербург халҡына башҡорт атының тарихы тураһында һөйләйәсәктәр
Санкт-Петербург халҡына башҡорт атының тарихы тураһында һөйләйәсәктәр
Автор:
Читайте нас: