Дим буйҙары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Сентябрь 2023, 12:11

"Төньяҡ амурҙары" - уйынсыҡтар фестивалендә

Совет майҙанында үткән "Әйҙә уйнарға!" Бөтә Рәсәй фестиваленә килһәгеҙ, "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте геройҙарын да күрерһегеҙ, дуҫтар.

"Төньяҡ амурҙары" - уйынсыҡтар фестивалендә
"Төньяҡ амурҙары" - уйынсыҡтар фестивалендә

Беренсе көндә уны тауышландырыусы сәхнә йондоҙҙары менән осрашыу ҙа ойошторолдо. Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев, Азамат Ғафаров һәм башҡалар килгәйне. "Төнъяҡ амурҙары" биләмәһендә йәнһүрәттең геройҙары һәм артистар менән фотоға төшөргә, уларға үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирергә, автограф алырға мөмкин булды.  

"Төньяҡ амурҙары"на бәйләп күп кенә тауарҙар ҙа сығарылған икән: футболка, бокал, көндәлек, ручка, блокнот, кепка һәм башҡалар. Уларҙы һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: