Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Май , 15:16

Шайморатов һәйкәле мөһим премияға лайыҡ булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт хәрби етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең мөһим һөнәри конкурс наградаһына лайыҡ булыуын хәбәр итте.

Шайморатов һәйкәле мөһим премияға лайыҡ булды
Шайморатов һәйкәле мөһим премияға лайыҡ булды

«Беҙҙең генерал Шайморатов һәйкәле Халыҡ-ара конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Ул «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломын алды.

Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәүләттән, шул иҫәптән Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән 1412 проект ҡатнашты. Лидерҙар араһында күләмле комплекслы эштәр, башлыса ҡалаларҙың генераль пландары бар.

Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты  еңеү менән ҡотлайым! Барлыҡ өфөләрҙе һәм республика халҡын да. Баш ҡалабыҙҙың легендар тарихи үткәне булған көс урынының киләсәге лә сағыу булыр тип ышанам. Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙы ошонда тәбрикләрбеҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru

Шайморатов һәйкәле мөһим премияға лайыҡ булды
Шайморатов һәйкәле мөһим премияға лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас: