Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Май , 12:30

Эльвин Грейға юғары исем бирелде

Йәш йырсы Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды

Эльвин Грейға юғары исем бирелде
Эльвин Грейға юғары исем бирелде

Башҡортостан Башлығы указы менән йырсы Радик Юлъяҡшинға (Элвин Грей) Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелде.

Өфөнөң Йәштәр һарайында уҙған концертында Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Радик Юлъяҡшинға маҡтаулы исем билдәһен тапшырҙы. Концертта Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һәм республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар ине.

Йырсы 2017 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды.

«Башинформ» Элвин Грейҙың Олег Ғазманов менән бергә йырлауы тураһында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Эльвин Грейға юғары исем бирелде
Эльвин Грейға юғары исем бирелде
Автор:
Читайте нас: