Дим буйҙары
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Май , 21:47

"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе

Китап-йәрминкәһендә һәр кем күңеленә яҡын китап һайлай алды

"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе

Бөгөн Өфө ҡалаһы ысын байрам шауҡымында булды. Бөгөн Совет майҙанында  II “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе асылды, Башҡортостан дәүләт концерт залында VI славян съезы бара. Ҡала урамдарында һуңғы ҡыңғырау байрамын билдәләүсе егет һәм ҡыҙҙарҙы күрергә була ине.

Баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр билдәләнгән китап байрамында Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм ете илдән китап нәшер итеүсе һәм һатыусы 233 ойошма ҡатнаша. 

Сауҙа рәттәрендә ҡул эштәре оҫталарының әйберҙәрен ҡарау һәм һатып алыу мөмкинлеге булһа, йәштәр һәм балалар төрлө квест-уйындарҙа ҡатнашты. Балаларға тәйенләнгән спектаклдәр башланыр алдынан әкиәт геройҙары халыҡ араһында йөрөнө, теләгәндәр был персонаждар менән фотоға төштө.

Сауҙа рәттәрендә төрлө йәштәгеләрҙе күрергә була ине, һәр кем күңеленә хуш килгән китап һатып ала алды.

"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
"Китап-байрам" барыһын да берләштерҙе
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: