Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова ҡуйған спектаклде беренсе тапҡыр тамашасыға миҙгелде ябыу осоронда тәҡдим ителде.
Артистар һәр ваҡыттағыса ҡулдарында ҡурсаҡтар менән түгел, ә ҙур битлектәрҙә сығыш яһаясаҡ. Артистар белдереүенсә, уларҙа күҙәтеү шул тиклем сикләнгән, шунлыҡтан партнерҙар тауышына иғтибар итергә тура киләсәк. Фестиваль ҡунаҡтары шулай уҡ “Урал батыр”, “Һабантуй” спектаклдәренең башҡорт эпостары мотивтары буйынса “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” спектаклдәренән өҙөктәр ҙә ҡарай аласаҡ. Актерҙар балалар уйындары ойоштора һәм теләүселәр менән аралашасаҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 15-16 августа Баймаҡ районының йәмле Граф күле янында үтә. Сара өсөнсө тапҡыр республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы ойошторола.
Фото: БДҠТ сайтынан
bashgazet.ru