Радий Хабиров халыҡҡа үҙҙәренең мәҙәни учреждениеларына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерә.
Ҡушйылға ауылында ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлау тамамланды. Бер нисә көндән ул асыласаҡ. Беҙҙең республикала «Мәҙәниәт» милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ремонт эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу мөмкин булды. Федераль, республика һәм урындағы бюджеттан 28 миллион 865 мең һум аҡса бүленде.
Мәҙәниәт йортонда күләмле эштәр башҡарылған – ҡыйыҡты, йыллытыу селтәрен, электр үткәргесте тулыһынса алыштырҙылар, канализация үткәрелде, биналарҙың эске биҙәлеше яңыртылды. Быға тиклем бында канализация ла, һыу менән тәьмин итеү ҙә булмаған. Үҙгәрештәр ауыл үҙәгендә урынлашҡан ҙур бинаның һәр мөйөшөнә ҡағылды.
Ҡушйылға ауыл мәҙәниәт Йорто Мәҙәниәт милли проектының мәҙәни-ял итеү учреждениеларын реконструкциялау һәм модернизациялау программаһына индерелде. Ауылда мәҙәниәт усағы асылыуын халыҡ оҙаҡ йылдар буйына көттө. Ремонт башланған мәлдә бина туҙған була, ҡыйыҡтан һыу үтә.. Ремонта очага культуры в селе люди ждали много лет.
- Бинаны ремонтлау күптән кәрәк ине, милли проект ярҙамында был эш башҡарылыуына сикһеҙ шатбыҙ. Был беҙҙең мәҙәни үҙәгебеҙ, ауылдың йөрәге тип әйтергә була. Бында концерттар, йыйылыштар үтә, балалар өсөн түңәрәктәр ойошторола, ижади коллективтар, шул иҫәптән Беҙҙең «Рябинушка»фольклор ансамбле лә шөғөлләнә. Беҙҙең клубта китапхана бар ине. Оло быуын кешеләре бында йыш килә, китаптар уҡый торғайнылар, шулай уҡ был бинала һайлауҙар ҙа үткәрелде. Бина иҫке, бик һалҡын һәм ҡараңғы ине. Беҙҙең өсөн капиталь ремонт күптән көтөлгән һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Яңы һәм яңыртылған мәҙәниәт йортоноң асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, - ти Ҡушйылға ауылында йәшәүсе Лилиә Николаевна Егорова.
Өлөшләтә мобилизация башланыу менән ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында маскировка селтәрҙәре үреү пункты урынлашҡан, шуға күрә селтәр үреүселәр ҙә яңы бинаның асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
— Ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла яңыртылған Мәҙәниәт йортоноң асылыуына барыһяы ла шат. Сөнки бында үткәрелгән сараларҙа кесеһенән алып олоһона тиклем ҡатнаша, — тип билдәләй Ҡушйылға ауыл Советының ер төҙөлөшө буйынса белгесе Клара Семенова.
Ауыл мәҙәниәт учреждениелары —был халыҡ ысын күңелдән ял итә ала торған берҙән-бер урын. Бындай милли проекттар арҡаһында учреждение заманса төҫ ала.
Галина ВАРИКОВА.
Лира Новикова фотоһы.