Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Декабрь , 11:05

Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале үтәсәк

Ҡунаҡтарҙы артистарҙың сығышы, традицион ҡышҡы күңел асыуҙар, гастрономия зонаһы һәм карнавал костюмдары конкурсы көтә.

Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале үтәсәк
Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале үтәсәк

31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа Өфөлә күптәрҙең яратҡан «Терра Ҡыш»фестивале үтәсәк. Ҡунаҡтарҙы артистарҙың сығыштары, традицион ҡышҡы күңел асыуҙар, гастрономия зонаһы һәм карнавал костюмдары конкурсы көтә. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Байрам саралары 31 декабрҙә Совет майҙанында башлана, унда утта былау, милли икмәк бешереү һәм эҫе эсемлектәр менән фудкорт ойоштороласаҡ. Шулай уҡ ҡышҡы һабантуй, концерт һәм әлбиттә, куранттар алышы аҫтында яңы йылды ҡаршылау планлаштырылған.

Ҙур экранда ҡунаҡтар Владимир Путиндың Һәм Радий Хәбировтың яңы йыл мөрәжәғәтен, шулай уҡ Башҡортостан халҡының ҡотлауҙарын ҡарай ала. Сара төнгө сәғәт 3–кә тиклем дауам итәсәк. Барлыҡ килгән ҡунаҡтар артистар һәм диджейҙарҙың сығыштары менән күңел асасаҡ. Кисәнең хедлайнеры - «Мираж» төркөмөнөң элекке солисы Наталья Гулькина.

1 ғинуарҙа Совет майҙанында карнавал костюмдары конкурс-парады башлана. Еңеүселәр иғлан ителгәндән һуң төрлө күңел асыуҙар, шул иҫәптән арҡан тартыу, һепертке менән хоккей, тоҡ менән алышыу һәм «приз ҡырҡыу» уйындары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың да килеүе көтөлә. Яңы йыл сараларынан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Башинформ. 

Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале үтәсәк
Өфөлә "Терра Ҡыш" фестивале үтәсәк
Автор:
Читайте нас: