Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Февраль 2025, 15:17

Исеме - йөрәк түрендә

Дим урта мәктәбе уҡыусылары атаҡлы режиссер, актер, сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Имашевтың музейында булды

Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә

Аҙнай ауылындағы Үҙәк урамда Тимербулат Имашев музейы урынлашҡан. 1908 йылдың 27 февралендә донъяға ауаз һалған малайҙың яҙмышы еңелдән булмай. Ун ике йәшендә тыуған ауылынан сығып киткән үҫмер үҙенең сәмлелеге, тырышлығы һәм тәбиғәттән бирелгән һәләте менән данлыҡлы кешегә әүерелә.

Булат Имашевтың туғандары – апалы-һеңлеле Резида һәм Имашевалар оҙаҡ йылдар архив материалдары йыя. Улар аталарының (Әҙһәм Имашев) күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, башҡорт актеры һәм режиссерының тыуған төйәгендә 2008 йылда музей асыуға ирешә.

Яҡташыбыҙ, РCФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Булат Имашевҡа арналған музей ике залдан тора. Балаларҙы бында музей хеҙмәткәре Әҡлимә Хафизова ҡаршы алды. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова 5-cе класс уҡыусыларына күренекле сәнғәт эшмәкәренең биографияһы һәм уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар залдағы экспонаттар, актерҙың шәхси әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынды, артистың төрлө ролдәрҙе башҡарғанда төшкән декорацияларын ҡараны. Алдағы бүлектәге ауыл һәм урындағы мәктәп тарихына  бәйле материалдар, башҡорт милли мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Башҡа ерҙә рөхсәт ителмәһә лә, бында уҡыусылар экспонаттарҙы ҡулдарына алып ҡарай алды. Һуңынан уҡыусылар күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштө.

Етәкселәре Раушания Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, экскурсияла ҡатнашҡан 10-сы класс уҡыусыһы Алина Шәймәрҙәнова Тимербулат Имашевтың тормошо һәм ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре өҫтөндә эшләй. 

Бөгөнгө көндә күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү дауам итә. Өфөлә һәм Бишбүләктә Б.Имашев исемен йөрөткән урамдар бар, шулай уҡ йыл аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты) тарафынан район мәҙәниәт Һарайы алдына Тимербулат Имашевтың бюсын урынлаштырыу планлаштырыла.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Автор фотолары. 

Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Исеме - йөрәк түрендә
Автор: Гумерова Л
Читайте нас