Сараға Ҡырғыҙстандан, Алтай, Саха (Яҡут), Татарстан республикаларынан, Свердловск өлкәһенән, Мәскәү, Өфө, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Баҡалы, Бишбүләк, Бөрйән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Ғафури, Балаҡатай, Салауат һәм Мәсетле райондарынан 250-нән ашыу талантлы башҡарыусы һәм ансамбль килгәйне.
Этнофестиваль донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Абдрахман улы Заһретдинов исемен йөрөтә. Белеүебеҙсә, ул – тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән ҡумыҙҙың ҙур мөмкинлектәрен бөтә музыка донъяһына күрһәтә алған, күп илдәрҙә башҡорт сәнғәтен танытҡан шәхес.
Был мәҙәни сарала беҙҙең Бишбүләк районы делегацияһы ла ҡатнашты. Ҡаныҡай мәҙәниәт йортоноң «Тылсымлы моңдар» ҡумыҙсылар ансамбле һәм «Әхирәттәр» дуэты сығыш яһаны.
Фестивалдең баһалама комиссияһын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” халыҡ-ара конкурсы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкләне.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләү һүҙе менән республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сығыш яһаны. Ул Мәсетле районының ҡумыҙ сәнғәте менән ныҡлы бәйлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Был осраҡлы түгел, сөнки Рәсәйҙәге донъя кимәлендә виртуоз-ҡумыҙсы булып танылған алты кешенең икәүһе – Башҡортостандан, улай ғына түгел, тап Мәсетле районынан”, – тип билдәләне ул. Илнур Илдар улы фестивалде ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға бөйөк музыкант Роберт Заһретдинов тураһында хәтерҙе һаҡлағаны һәм уның эшен дауам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төрлө йәштәгеләр араһында урындар билдәләнгән. Фестивалдең төп бүләге – Гран-приға Мәсетле районынан Азамат Зәйнетдинов лайыҡ булған. Өзләүселәр араһында Алтай Республикаһы Алексей Топчин иң оҫтаһы булып таныла, уға фестивалдең символы – ҡумыҙ бүләк ителгән.
Фестиваль барышында төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар райондың төрлө ауылдарында булған. Улар халыҡтың тарихы, көнкүреше һәм мәҙәниәте менән танышып, шулай уҡ үҙҙәренең милли музыка ҡоралында уйнау оҫталығы һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.
https://dzen.ru