Байрам барышында ҡунаҡтары, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина, жюри ағзалары һәм конкурсанттар менән бергә Гагарин паркындағы ҡурайсылар аллеяһында шыршы үҫентеләре ултыртҡан.
Концерт программаһы бер нисә блокка бүленгән. Иң мөһимдәренең береһе - хәрби блок. 2025 йыл рәсми рәүештә Ватанды Һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде – был Ватаныбыҙ тарихының ҡаһарманлығына, батырлыҡтарына һәм данлы биттәренә арналған айырым ваҡыт. Был бәйге Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды һәм төрлө йәштәге һәүәҫкәрҙәрҙең сығыштарында был сағылыш тапты. Октябрьский ҡалаһының «Нарыш-Тау» ҡурайсылар ансамбле, шулай уҡ Өфө ҡалаһына н һәм башҡа райондарҙан килгән төркөмдәр төрлө дәрәжәләге дипломға лайыҡ булған.
Ҡурай байрамында гран-при Силәбе өлкәһенән килгән Бикмәтов Алмаз Булат улына тапшырылған.
Башинформ