Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Июнь 2025, 20:40

Был йәрминкә барыһына ла кәрәк

“Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе үҙ маҡсаттарына иреште, тип уртаҡлашты Минск халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең башҡарма директоры Дмитрий Макаров.

Был йәрминкә барыһына ла кәрәк
Был йәрминкә барыһына ла кәрәк

Минск халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең башҡарма директоры, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә үткәрелгән китап күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштороусылар советы рәйесе Дмитрий Макаров, Өфөлә китап йәрминкәһе тағы ла ҙурыраҡ кимәлгә сығасаҡ, тип билдәләне.

– Беҙ Белоруссияның 50 нәшриәтенән 2,5 тонна китап килтерҙек. Әлбиттә, балалар әҙәбиәтенә ҙур иғтибар бүлдек, һәм Балаларҙы яҡлау көнөнә арнап китаптар килтерҙек.

 Ә иһә үҙем 94 йылдан алып Минск халыҡ-ара китап йәрминкәһенең  ойошторусыһы һәм директоры һаналам. Һәм шуға ла һеҙҙең йәрминкәгеҙҙе Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк күргәҙмәһе тип әйтә алам.  Урыны ла бик уңайлы, ойоштороу кимәле, милли ҡараш, ҡунаҡтарға, ҡатнашыусыларға булған иғтибар – барыһы ла юғары кимәлдә. Был йәрминкә, күренеп тора, барыһына ла кәрәк, сөнки, сағыштырып әйткәндә, ҡайһы бер ҡалаларҙа китаптарға бәйле саралар уҙа, ә уға халыҡ битараф була.  Ә һеҙҙә улай түгел. Китапханаларығыҙ буйынса ла алып ҡарағанда, бында ла һеҙ Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе, беҙ бында төрлө-төрлө китапханалар күрҙек, Милли китапхананан алып райондыҡыларға тиклем, күренеп тора, барыһы ла бында заманса һәм яҡшы торошта, йүнәтелгән, ҡаралған. Яҡшы хужа ҡулы, иғтибары тейгәне күренеп тора. Һәм иң ҡыуаныслыһы - былар барыһы ла халыҡ өсөн, халыҡты хәстәрләп сифатлы эшләнгән. Ә инде, бөгөн иһә иң мөһиме - халыҡ күргәҙмәнән ҡәнәғәт булып ҡайтһын. Мин был осраҡта, бер генә һүҙ әйтә алам, кисә байрамдан һуң ҡайтыу яҡҡа йүнәлгәндә, алдыбыҙҙа китеп барған йәштәрҙең үҙ-ара һөйләшкәнен ишетергә тура килде, улар, эх, бөгөн шул китапты алырға өлгөрмәнем, иртәгә иртәрәк килергә кәрәк, тип һөйләшәләр ине. Тимәк, “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе үҙ маҡсаттарына иреште, тип әйтергә була!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Беларусь Республикаһы уҙған йылда ике тонна китап килтергәйне, быйыл улар тағы 500 китапҡа арттырып килтерҙе. Шулай ҙа китаптарының һанаулы ғына ҡалғанын белдерҙеләр. Балалар китаптары алырға теләүселәр Беларусь Республикаһының китаптары һатылған күргәҙмәгә рәхим итегеҙ! Йәрминкә иртәгә тағы бер көн генә буласаҡ...

Фотолар: “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

bashgazet.ru

 
Был йәрминкә барыһына ла кәрәк
Был йәрминкә барыһына ла кәрәк
Автор:
Читайте нас