Дим буйҙары
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Февраль , 14:26

Өфө “Туристик ҡалалар” премияһының финалына сыҡты

Конкурстың финалы 26-28 февралдә Рязань өлкәһендә Касимов ҡалаһында уҙа. Сарала ҡатнашыусылар өсөн бай эшлекле программа әҙерлән. Финалсыларға үҙ проекттарын 27 февралдә яҡларға тура киләсәк. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы 28 февралдә үтәсәк. 

Өфө “Туристик ҡалалар” премияһының финалына сыҡты
Өфө “Туристик ҡалалар” премияһының финалына сыҡты

Өфө «Туристик ҡалалар» Бөтә Рәсәй премияһы финалсыларының береһе булды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Бындай сараларҙы ойоштороу «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты (национальный проект «Туризм и гостеприимство») маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Премияла ҡатнашыуға бөтәһе 70 төбәктән 387 проект тапшырылған. Исемлеккә 293 башланғыс индерелгән. Өфө түбәндәге биш номинацияла тәҡдим ителгән: «Балалар туризмы ҡалаһы», «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы», «Туристик сувенир продукцияһы ҡалаһы», «Туризм MICE-ҡалаһы: 1 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар өсөн» һәм «Креатив туризм ҡалаһы».  

Конкурстың финалы 26-28 февралдә Рязань өлкәһендә Касимов ҡалаһында уҙа. Сарала ҡатнашыусылар өсөн бай эшлекле программа әҙерлән. Финалсыларға үҙ проекттарын 27 февралдә яҡларға тура киләсәк. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы 28 февралдә үтәсәк.

– Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы инфраструктураны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән күп башланғыстарға юл астьы. Тарихи үҙәктең туристик кодын проектлау өсөн ҡала 215 миллион һум күләмендә федераль субсидия алыуға өлгәште. Был инвестициялар Өфөнө йәмлерәк итеүгә тос өлөш индерҙе, – тип билдәләне ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.

Был премия «Рәсәй сәйәхәткә илһамландыра» экосистемаһына ингән, ә ул, үҙ сиратында, илебеҙҙең муниципаль берәмектәрендә туризмды һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереүгә һәм танытыуға йүнәлтелгән.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар – сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Азамат Абдрафиҡов фотоһы. 

Өфө “Туристик ҡалалар” премияһының финалына сыҡты
Өфө “Туристик ҡалалар” премияһының финалына сыҡты
Автор:
Читайте нас